Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла.
Хәйбуллала хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов менән берлектә үткән ултырышта был юлы ауыл хужалығы йүнәлешендәге ике проект ҡаралды. Тәүгеһен Илгиз Мәмбәтов тәҡдим итте. Ул – Аҡъярҙа ит етештереү буйынса модулле мини-цех төҙөү буйынса проект.
Икенсеһе үҫемлекселек тармағын киңәйтеү маҡсатын ҡуя. Был проектты Өфө ауылынан фермер М. Виденко тәҡдим итте. Йүнселгә “Агростартап” программаһына инеү, тейешле документтар әҙерләү, дәүләт ярҙамы алыу юлдары өйрәтелде.
Рөстәм Шәрипов тейешле етәкселәргә проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа йүнселдәргә ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.