Кушнаренко районының Ҡалтай ауылын ишеткәнегеҙ бармы? 2016 йылда 300 йыллыҡ оло юбилейын билдәләгән ҙур ауылдың үҙ тарихы, билдәле кешеләре бар. Ошо сара айҡанлы ауыл заманса үҙгәрештәр кисергән, юлдар һәм урамдар тәртипкә килтерелгән.
Шулай уҡ ҡалтайҙар данын ошонда йәшәгән Муллайәновтар ғаиләһе лә әллә ҡайҙарға таратҡаны мәғлүм. Бынан бер нисә йыл элек улар йорт хайуандары, алабай тоҡомло эттәр һәм күҙҙең яуын алырлыҡ тауис ҡоштары менән бер рәттән Шерхан исемле арыҫлан аҫрап, бар Башҡортостанға танылғайны.
Күптән түгел иһә Ҡалтайҙа тағы ла бер күркәм сара булып үткән: унда заман шарттарына ярашлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. 72 квадрат метр майҙанда урынлашҡан медицина учреждениеһында 600-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк.
Яңы бинаға газ, һыу үткәрелгән, беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Ауыл халҡы өсөн был ҙур шатлыҡ. Быға тиклем республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса эш сәфәре барышында быйыл фельдшер-акушерлыҡ пункттары буйынса эште яйға һаласаҡбыҙ тигәйне. Әлеге ваҡытта төбәктә өс йөҙгә яҡын ФАП яңыртылыуҙы талап итә, шул иҫәптән, быйыл 80 ФАП сафҡа инергә тейеш.
Мәғлүм булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә республикала яңы объекттар төҙөлә, ҙур суммалар медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡорамалдар һатып алыуға тотонола. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә лә иғтибар бүленә, сөнки юғары квалификациялы белгестәр булмай тороп, халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу булмай.
Мәғлүм булыуынса, республика етәкселеге медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбенә ҡуя. Был эштең аныҡ һөҙөмтәләрен күрәбеҙ: Башҡортостандың төрлө медицина ойошмаларында кадрҙар дефициты һиҙелерлек кәмене.
Фото: Кушнарен үҙәк район дауаханаһының социаль селтәрҙәге рәсми битенән.