Милли проекттар
1 Февраля 2020, 09:37

Водитель ғәйепле...

Алты кешенең ғүмерен өҙгән авария буйынса енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Былтыр 14 июлдә алты кешенең ғүмерен өҙгән авария буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланып, судҡа тапшырылған.

Был фажиғәлә 34 йәшлек Татарстан кешеһе Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 5-се өлөшө буйынса ғәйепләнә – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, транспорт сараһын ҡулланып, һаҡһыҙлыҡ сәбәпле ике һәм унан күберәк кеше ғүмерен өҙөү.

Мәғлүм булыуынса, Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының Архангел районы биләмәһендә автобус түңкәрелә. Һөҙөмтәлә алты кешенең ғүмере өҙөлә, өс пассажир ауыр тән йәрәхәте ала, 37 кеше төрлө ауырлыҡта зыян күрә.

Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, автобус водителе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, еүеш асфальт юлда тейешле тиҙлекте күҙәтмәгән. Ул ғәйебен өлөшләтә генә таныған.

Тәфтишселәр тикшереү һөҙөмтәһе буйынса ташыусы компанияның ике хеҙмәткәрен дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыуға күрһәтмә сығарған.

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ошондай фажиғәләрҙе иҫкәртеүгә, аҙайтыу маҡсатына йүнәлтелгән. Уға ярашлы, транспорттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар күрелә, әммә водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәһә, дәүләт күргән саралар ғына әлегеләй ҡурҡыныс хәлдәрҙән ҡотҡара алмаясаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас