Милли проекттар
6 Февраля 2020, 12:15

Дамирҙы бөтә республика белә

25 йәшлек рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов үҙенең прфессиональ яҡтан өлгөргәнлеген раҫланы.

Өфөлә “Башҡортостан баш ҡалаһы уҡытыусыһы - 2020” ҡала конкурсының еңеүсеһе билдәле булды. 25 йәшлек рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов үҙенең прфессиональ яҡтан өлгөргәнлеген раҫланы.
Баш ҡаланың иң яҡшы уҡытыусыһы 56-сы мәктәптә эшләй. Башҡорт дәүләт университетын отличноға тамамлаған егет уҡыуын аспирантурала дауам итә. Быйыл конкурста 58 уҡытыусы ҡатнашҡан. 17-һе - йәш педагогтар. Һынауҙар 17 предмет буйынса уҙған. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Өфө хакимиәте етәкселеге исеменән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова ҡотланы.
Конкурсҡа йомғаҡ яһау сараһында өҫтәмә белем биреү педагогтарының прфессиональ оҫталыҡтары бәйгеһе лауреаттарын һәм финалистарын бүләкләү ойошторолдо. “Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2020” конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус приздарына лайыҡ булды. Бындай оҫталыҡ бәйгеләре баш ҡалала 1997 йылдан алып үткәрелә. Унда 2500-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, 400-ҙән күберәге лауреат исемен алды. ”Мәғариф” милли проектына ярашлы, мәктәптәрҙе йәш һәм квалификациялы педагогтар менән тулыландырыуҙа ошондай оҫталыҡҡа һынауҙар ҙа ярҙам итә.
#ВладимирПутин
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас