Милли проекттар
9 Февраля 2020, 09:05

Велосипед ни өсөн кәрәк?

Urban Bike Day. Бөгөн Нефтекамала ошондай үҙенсәлекле сара көтөлә.

Бөгөн Нефтекамала ҡалала велосипедта йөрөү мәҙәниәтен үҫтереүгә арналған Urban Bike Day үткәрелә.
Нефтекама ижад һарайы бар ҡаланың велосипедлаштырыу үҙәгенә әйләнәсәк. “Велосипедлаштырыу” проектын ойоштороусы һәм Санк-Петербург вице-губернаторының велосипед инфраструктураһын үҫтереү буйынса элекке ижтимағи кәңәшсеһе Дарья Табачникова заман ҡалаһына ниңә велосипедтарҙың кәрәклеге, Европа-Азия һуҡмағын булдырған Антон Сазонов Башҡортостандың велосипед маршруттары һәм унда Нефтекаманың ниндәй урын аласағы хаҡында һөйләйәсәк.
Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты вәкилдәре Нефтекаманың ижтимағи киңлектәре үҫеше стратегияһын күрһәтәсәк һәм Тарихи Николаевка-Березовка, уның бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнашыуы хаҡында әйтәсәк.
Нефтекама менән Николо-Березовка араһында велосипед һуҡмағы концепцияһы күрһәтеләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдарына ярашлы ,“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған проектты “Проспект” архитекторҙар бюроһы эшләй. Улар ҡала халҡы проектты баһалай һәм үҙенең үҙгәрештәрен тәҡдим итә алһын өсөн уның тәүге концепцияһын тәҡдим итәсәк. Нефтекамала велосипед маршруттарын проектлау буйынса ҙур масштаблы воркшоп үҙәге булдырыу ҙур ваҡиғаға әйләнәсәк. Санкт-Петербург Ҡала туҡталҡаларына идара итеү үҙәгендәге велосипед секторының баш белгесе Алексей Гуляев – сараның модераторы.
Проектты Нефтекама ҡалаһы хакимиәте Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты менән берлектә ойошторған. Сара бөгөн 14.00 сәғәттә урындағы ижад һарайында башлана.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас