Милли проекттар
11 Февраля 2020, 09:16

Уларҙы “төп тәбиғи ресурс” тиҙәр

Демография проблемаһын хәл итеү илдең алдағы үҫешендә беренсе планға ҡуйыла.

“Рәсәйҙең, уның тарихи киләсәгенең яҙмышы беҙҙең күпме булыуыбыҙға, илебеҙ ғаиләләрендә бер йылдан, биш йылдан, ун йылдан нисә бала тыуырына, уларҙың кем булып үҫеренә һәм кем булырына, ил үҫеше өсөн нимә эшләйәсәгенә бәйле... Беҙ ҡатмарлы, үтә ҡатмарлы демография осорона индек...” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғатнәмәһенең тәүге һөйләмдәрендә үк ошо һүҙҙәр яңғыраны. Хатта иҡтисади яҡтан алға киткән Көнбайыш Европа илдәрендә лә халыҡтың уртаса йәше ҡартайыуға табан барғанда был мәсьәләне хәл итеү еңел булмаясаҡ, әлбиттә. “Демография” милли проекты яҡын киләсәккә ошо проблема буйынса аныҡ маҡсаттар ҡуя. Был проблема беҙҙең йәмғиәттә нисек тыуҙы һәм уны хәл итеү юлдары нисек күҙаллана?



Күсле булғанға ла империя тип аталды


Демография фән булараҡ 1662 йылда Англияла барлыҡҡа килә, королгә Лондонда күпме кеше йәшәүен асыҡларға кәрәк була. Сәбәбе ябай – һалым түләүселәр һанын һәм шуға ҡарап дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыу мөмкинлектәрен асыҡлау.
Рәсәй империяһында беренсе дөйөм халыҡ һанын иҫәпкә алыу 1897 йылда уҙғарыла. Уға саҡлы ихаталар һанын белеү генә кәрәк тип һаналған. Бында ла шул уҡ һалым йыйыу мөмкинлеген күҙаллау сәбәп булып торған. Дөйөм иҫәпкә алыу билдәле географ Семен Тянь-Шанский башланғысы менән үткәрелгән. Был саҡта Рәсәйҙә 125 миллиондан ашыу кеше йәшәгән икән.
1914 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Рәсәй империяһында 175 миллион кеше йәшәүен асыҡлаған (Финляндия менән Польшаны һанамағанда). Демограф-ғалимдар раҫла­уынса, Рәсәйҙең был өлкәләге күрһәткестәре ул заманда бөтә Европа өсөн өлгө булып торған. Бер ғаиләгә шул дәүерҙә уртаса 5,93 бала тура килгән һәм был һан буйынса Рәсәй хатта Европала беренсе урында торған. Бөгөнгә беҙҙең илдә ошо күрһәткес 1,76 бала ғына тәшкил итә. Ә бит уҙған быуат башында балалар үлеме лә күп булған: тыуған сабыйҙарҙың өстән бер өлөшө йәшәп китә алмаған.
Халыҡ һанының ул осорҙа тиҙ арта барыуының сәбәптәре сер түгел: никахлашыу хәҙергенән иртәрәк булған, халыҡтың 90 процентҡа яҡыны ауылда йәшәгән, йәғни патриархаль ҡоролош йәш ғаиләләрҙе контролдә тотҡан, крәҫтиән хеҙмәтенең еңел булмауы балалар һанын (эш көсөн) артты­рыуҙы ла, был хеҙмәттә туған-тыумасаның бергәләп ҡатнашыуын да талап иткән.


Бай Европа өлгө күрһәтә аламы?


Эйе, Европа ҡотолғоһоҙ ҡартая бара. Күптән түгел Берлинда үткән халыҡ-ара демография конференцияһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, әлеге мәлдә был ҡитға халҡы­ның уртаса йәше 40 тирәһендә, ә 2050 йылға ошо күрһәткес 49 йәш буласаҡ.
Дөрөҫ, был – бөтә халыҡ иҫәбенән алынған мәғлүмәт, йәғни ситтән күпләп килгән йәш имми­гранттарҙы ла иҫәпкә алып билдә­ләнгән. Европаның “төп” милләттәрен айырым ғына алып ҡарағанда, был уртаса йәш тағы ла ҡартыраҡ булыр ине. Ә бит 1910 йылда, мәҫәлән, европалылар уртаса 24 йәштә булған.
Европа статистика үҙәге белдереүенсә, бөгөн был ҡитғалағы һәр ғаиләгә уртаса 1,2 генә бала тура килә. Тәбиғи үҫеш башланһын өсөн ошо күрһәткес 2,2 булырға тейеш икән.
Һөҙөмтә бик күңеллеләрҙән түгел: статистар раҫлауынса, Көнбайыш Европаның ҡайһы бер илдәрендә тәбиғи артым әле үк туҡтаған. Германия халҡы, мәҫәлән, 1972 йылдан бирле тәбиғи үҫешкә өлгәшә алмай, 1993 йылдан Италияла ла ошо күренеш башланды. Еврокомиссия дәлилләүенсә, Австрия менән Греция ла ошо “тупһа”нан үтергә йыйына.
Шулай ҙа, ғалимдар раҫлауынса, Евро­па­ның дөйөм алғандағы тәбиғи үҫеш күрһәт­кесе 2025 йылға тиклем бер аҙ күтәрелә барасаҡ. Тик... иммиграция иҫәбенә генә. Ә ошо йылдан һуң был да туҡтар тип күҙаллана. Был тәңгәлдә ҡитғаның өҫтөнлөгө тураһында ла онотмайыҡ: иҡтисади яҡтан үҫешкән булыуы бындағы ғүмер оҙайлығын да арттыра, әле Евросоюз илдәрендә был күрһәткес 79 йәшкә тиң. Ғүмер оҙайлығының шулай юғары булыуы һәйбәт, әлбиттә, тик бер яғы бар: был оло йәштәгеләрҙе аҫ­рауҙың әле хеҙмәт йәшендәге быуындарға торған һайын ҙурыраҡ йөк булып ятасағын аңғарта. 2030 йылға был ҡитғаның хеҙмәткә яраҡлы (15 йәштән алып 64 йәшкәсә) халҡы 20,8 миллионға кәмейәсәк тип көтөлә.


Быуат беҙгә аяуһыҙ булды


“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса быйылғы 1 ғинуарға Рәсәйҙең даими йәшәгән халҡы 146 миллион 745,1 мең кеше тәшкил итте, йәғни, 2019 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда, ил халҡы 35 мең кешегә кәмегән. Ә был иһә уртаса бер ҡала халҡына тиң.
– ХХ быуат беҙгә ҡарата аяуһыҙ булды, тип әйтергә лә була, – ти Мәскәү дәүләт университеты профессоры, демография белгесе Сергей Бобылев. – Илебеҙ бер нисә ғәйәт ҙур демографик һәләкәтте кисерҙе: революциялар, аслыҡ, граждандар һәм ике бөтә донъя һуғышы, репрессиялар – былар барыһы ла халыҡ һанына ныҡ кире йоғонто яһаны. Ҡайһы бер эксперттарҙың баһалауына ҡарағанда, ошо һәләкәттәр арҡаһында илебеҙҙең демографик юғалтыуҙары 140-150 миллион кеше тәшкил итә. Был юғалтыуҙар булмаһа, Рәсәй халҡы (уның хәҙерге сиктәрендә) бөгөнгөнән ике тапҡырға күберәк һәм киләсәккә ышаныс та көслөрәк булыр ине.
Ә бөгөн килеп, ошо ҙур юғалтыуҙарҙы ти­ҙерәк ҡайтарырға ынтылыуға нимә ҡама­саулай һуң? Күп кенә ғалимдар (шул иҫәптән Сергей Бобылев) беҙҙең йәмғиәттең бер үҙен­сәлеген атай, ул – кеше ғүмеренең ҡә­ҙерен белмәү, уны түбән баһалау. Меди­цинаға бәйле булмаған (суицид, юл-транспорт ваҡиғалары һәм башҡалар) үлем һаны­ның йыш күҙәтелеүе лә шуны раҫлай. “Кеше капиталы тигән төшөнсәне йыш ҡабат­лайбыҙ, асылда кеше ғүмеренең тәбиғәт тарафынан бирелгән иң юғары һәм иң ҡәҙерле байлыҡ икәнен пропагандалау буйынса күп эшләйһе бар әле”, – ти Сергей Бобылев.


Сәбәптәр хәл итеү юлдарын күрһәтә


Донъя буйынса демографик хәлдең ҡырҡыулаша барыу сәбәптәрен ғалимдар түбәндәге төркөмдәргә бүлеп ҡарай:

1) демографик-иҡтисади фактор: мәш­ғүллек структураһы һәм демографик мотивация үҙгәреү сәбәпле, индустриаль һәм постиндустриаль дәүләттәрҙә тыуымдың кәмеүе, ғаиләлә балалар һанын аҙыраҡ итергә тырышыу;
2) социаль-иҡтисади фактор: йәмғиәттең элекке моделен тамырҙан иҡтисади реформалар үткәреү аша үҙгәртеү, йәшәү мөхи­тенең насарайыуы, тормош кимәленең түбәнәйеүе;
3) социаль-медицина факторы: халыҡтың тормош сифатының ҡырҡа түбәнәйеүе, наркомания һәм алкоголизмдың артыуы, үлем осраҡтарының күбәйеүе;
4) социаль-этник фактор: йәмғиәттең социаль структураһының ҡырҡа деформацияланыуы, уның институттарының деграда­цияға дусар ителеүе, дөйөм психологик депрессия, йәмғиәт әхлағының һәм ғаилә институтының деградацияланыуы.
“Йәш ғалим” журналының БМО эксперттарына һылтанып хәбәр итеүенсә, 2025 йылға илебеҙ халҡының 136 миллион кешегә тороп ҡалыуы ихтимал. Ғалимдар А.С. Москаленко һәм А.Д. Белогуровтарҙың Чита ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара конференция материалдары буйынса яҙған “Рәсәйҙәге демографик көрсөктөң сәбәптәре һәм уларҙы хәл итеү юлдары” (Чита, “Йәш ғалим” нәшриәте, 2016) тигән хеҙмәтендә бындай күңелһеҙ күҙаллауҙың сәбәптәре түбәндәгесә атала:

1. Байтаҡ йыл рәттән халыҡтың тәбиғи кәмеүе БДБ илдәренән урыҫ телле халыҡтың күпләп күсеп килеүе менән ҡапланды, әммә хәҙер был ресурс бөттө тиерлек.
2. Үткән быуаттың 90-сы һәм бөгөнгө быуаттың 2000 йылдары башында үлем­дең күп һәм тыуым кимәленең түбән булыуы, шул арҡала ил халҡының тәбиғи кәмеүе сәбәптәрен бөтөрөү өҫтөндә эш һүлпән бара. Үлем осраҡтарының йыш булыу сәбәптәрен ғалимдар түбәндәгеләрҙә күрә:
а) халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү кимәленең түбән булыуы. Төрлө сирҙәрҙән Рәсәй йыл һайын 1,5 миллион кешеһен юғалта;
б) эскелектең киң таралыуы. Һуңғы ун йылда алкоголле эсемлектәр һәм һыра һатыу өс тапҡырға артҡан. Үлемгә алып килеү факторы булараҡ, алкоголь үҙен ике йүнәлештә таныта: беренсенән, алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары Рәсәйҙә йылына 20 мең кешегә етә, икенсенән, ул кеше үлтереүгә бәйле енәйәттәргә этәрә;
в) йәмғиәттә көс ҡулланыу кимәле. Һәр 100 мең кешегә ҡарата күрәләтә үлтереүҙәр һаны буйынса Рәсәй, А.С. Москаленко һәм А.Д. Белогуровтарҙың хеҙмәтен­дә әйтелгәнсә, донъяла бишенсе урынды биләй. Беҙҙән дә юғарыраҡ кимәл Колумбияла, Көньяҡ Африка Республикаһында, Ямайкала һәм Венесуэлала ғына теркәлгән;
г) юл-транспорт ваҡиғалары. Рәсәй юлдарында йыл һайын 25 мең тирәһе кеше һәләк була;
д) экологик хәлдең насарайыуы. Йәшәү мөхитенең радиоактив, химик һәм бактериологик зарарланыуы милләттең репродуктив һаулығының насарайыуына алып килә;
е) сәләмәт тормош алып барыуҙың киң таралмауы.
Йыш ҡына Рәсәйҙә тыуымдың аҙая барыуын йәшәү кимәленең түбән булыуына һылтарға яраталар. Әммә тормош кимәле үтә түбән булған ҡайһы бер дәүләттәрҙә тыуымдың бик юғары булыуы, ә бай Көнбайыш Европа илдәрендә был күрһәткестең, киреһенсә, түбәнәйә барыуы ошо дәлилде кире ҡаға. “Тимәк, йәшәү кимәленең ниндәй булыуы тыуымға йоғонто яһаған төп фактор түгел, – ти Юғары иҡтисад мәктәбенең Демография институтындағы социаль-демографик сәйәсәт кафедраһы мөдире Владимир Козлов. – Был һығымтаны шул да раҫлай: бер генә дәүләттең дә иҡтисади дәртләндереү ысулдары менән генә тыуымды арттыра алғаны юҡ әле. Ысынлап та, хәҙерге ҡатын-ҡыҙ өсөн бала тыуыуы – үҙ эш хаҡын юғалтыу, бер нисә йылға тотошлайы менән икенсе кешегә финанс бойондороҡлолоғона эләгеү, карьера үҫешенең тотҡарланыуы йәки уны киләсәккә бөтөнләй юғалтыу, һигеҙ сәғәтлек кенә эш көнө урынына бала ҡарау буйынса тәүлек әйләнәһенә барған эш... Был осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың бөтә был юғалтыуҙарын ҡаплау өсөн тәғәйенләнәсәк социаль түләү ниндәй булырға тейеш һуң?! Бер генә ҡаҙнаның да бындай йөктө күтәрә алмауы көн кеүек асыҡ”.
Шуға күрә һәр төрлө түләүҙәр һәм пособиелар дәүләттең социаль сәйәсәтенең бер өлөшө булып ҡына хеҙмәт итә ала. Техник прогрестың бик йылдам үҫә барыуы, хәҙерге йәмғиәттә урбанизация кимәле, ғаиләнең киләсәге өсөн эш көсөнөң патриархаль йәмғиәттәге һымаҡ күп талап ителмәүе, баланы юғары уҡыу йорттарында уҡытып сығарыу өсөн ҙур финанс сығымдары кәрәк булыуы, пенсия менән тәьмин итеү системаһының ҡартлыҡта балалар ярҙамын мотлаҡ итмәүе һәм башҡалар ғаиләләрҙең күп бала тәрбиәләп үҫтереү менән ҡыҙыҡһынмауына алып килә.
Демография буйынса хәлде яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк һуң? Рәсәй Фәндәр академияһының Социология институты әҙерләгән хеҙмәткә таянып, шуны раҫларға мөмкин: дәүләт, бер яҡтан, үлем һанын кәметеү, икенсе яҡтан, тыуымды арттырыу буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырырға тейеш. Беренсе сиратта ул һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙе, медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуҙы, алкоголь менән тәмәке ҡулланыуҙы сикләүҙе, енәйәтселек кимәлен кәметеүҙе, экологик хәлде яҡшыртыуҙы, йәшәүҙең хәүефһеҙлеген күтәреүҙе, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауҙы һәм башҡа сараларҙы күҙ уңында тота. Бында иң ҡатмарлыһы – тыуымды арттырыу менән ҡыҙыҡһындырыу. Күп ғалимдар раҫлауынса, хәлде үҙгәртеү өсөн халыҡтың аңында күп балалы ғаиләлә йәшәүҙең абруйлы булыуы тураһындағы әхлаҡи нормаларҙы тәрбиәләү генә, йәғни әхлаҡи йүнәлештә эшләү генә беҙҙең күбәйә башлауыбыҙға алып киләсәк.


Тәүҙә шарттар, шунан – үҙгәреш


Башҡортостандағы демографик хәлде лә ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай. Тыуым кимәле халыҡ һанын тейешенсә темпта арттырырлыҡ түгел. Һөҙөмтәлә Башҡорт­остан тыуым буйынса Рәсәй төбәктәре араһындағы рейтингта 36-сы урынды ғына биләй.
“Беҙҙә үлем кимәле түбәнәйергә, тыуым артырға, йәшәү кимәле үҫергә тейеш, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров күптән түгелге сығыштарының береһендә. – “2024 йылда беҙ кәмендә 4 миллион 150 мең булырға тейешбеҙ”.

Демография һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренең яҡын киләсәктә хәл ителәсәк проблемалар араһында тәүгеләрҙән булып аталыуы осраҡлы түгел. Яңы вазифала эш­ләй башлауының тәүге мәлдәренән үк Радий Фәрит улы ошо проблемаларға иғтибар йүнәлтеп, урынлы сараларҙы күрә килә.
Башҡортостан етәкселеге демографик проблемаларҙы хәл итеүгә ҙур иғтибар бирә, беҙҙә йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса күп кенә документтар ҡабул ителгән. Халыҡтың тәбиғи күсенеүе һәм миграция мәсьәләләре лә йыш ҡарала. Былтыр “Бала табыу сертификаты” программаһы нигеҙендә Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларына, бала табыу йорттарына, балалар поликлиникаларына 462,3 миллион һум аҡса түләне. Был сумма ошо учреждениеларға ҡатын-ҡыҙҙарға улар ауырлы осорҙа күрһәтелгән сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн тапшырылған.


Үрсемгә ҡануниәт тә ярҙам итәсәк


Мәсьәләнең ҡатмарлығын иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса ҡануниәт­тең үтәлеше буйынса эш төркөмө ойошторолдо. Парламент Рәйесе урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Эльвира Айытҡолова алып барған тәүге ултырышта уҡ демография мәсьәләләренең мөһим дә, ҡатмарлы ла булыуы дәлилләнде.
– Беҙҙә тәбиғи кәмеү 2017 йылдан бирле күҙәтелә, ошо йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙә халыҡ 164 мең кешегә кәмегән – был бер ҙур ҡала юҡҡа сыҡты тигән һүҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Римма Үтәшева. – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылға тиклем Рәсәйҙең 11 миллион кешеһен юғалтыуы ихтимал. Был дүрт Баш­ҡортостан халҡына тиң... Ә бит үткән быуат аҙағында, ил өсөн һынылышлы осорҙа, беҙ ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлап ҡалыу хәстәрлеген күрҙек. Республиканың беренсе етәксеһе Мортаза Рәхимовтың тәүге указдарының береһе ауырлы ҡатындарға ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла ине. Мин бушлай витамин менән тәьмин итеү һәм башҡа шундай социаль ярҙамды күҙ уңында тотам.
Эш төркөмө ағзалары, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Салауат Рәхмәтуллин, Рәсәй Фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова һәм башҡалар раҫлауынса, “Демография” милли проекты ошо йүнәлештәге программа документтары араһында тәүгеһе түгел. Әле 2001 йылда уҡ илебеҙҙә “Рәсәй Федерацияһының 2015 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” ҡабул ителгәйне. Документта илебеҙҙәге демографик хәлдең насарая барыуы тураһында әйтелгәйне һәм демографик сәйәсәттең бурыстары билдәләнгәйне. Уны ҡулланыу тәжрибәһен, дөрөҫөрәге, хаталар һәм йоғонтололоҡто иҫәпкә алып, 2007 йылда “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” үҙ эшен башланы. Ул демографик проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән тотош саралар комплексын үҙ эсенә ала.
Бер юлы күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы ла тосораҡ була бара. Башҡортостан парламентының күптән түгел ҡабул иткән ҡануны ла шул маҡсатты күҙ уңында тота, ул 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алырға хоҡуҡлы категорияларҙы киңәйтте.
«Ошондай ярҙам һигеҙ һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә күрһәтелә лә инде. Был законды ҡабул иткәс, 23 йәшкәсә һигеҙ һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр ҙә шундай ярҙамға хоҡуҡлы булды. Закон социаль ғәҙеллек булдыра», — тип аңлатты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Был ҡанун быйыл ғинуарҙан үҙ көсөнә инде һәм уның төбәктәге демографик хәлде яҡшыртасағына өмөт бар.

Рәсәйҙең федераль ҡануниәте лә ошо йүнәлештә хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе нығыта һәм камиллаштыра бара. Дәүләт Думаһының ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға 36 сәғәтлек эш аҙнаһын индереүҙе хуплауы һәм бының өсөн Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына төҙәтмә индерергә йыйыныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда хеҙмәт хаҡы 40 сәғәтлек эш аҙнаһы менән сағыштырғанда кәмемәйәсәк тип билдәләнә. Шулай уҡ закон проекты сменалы эш графигы булған урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙарға арттырылған хеҙмәт хаҡы гарантиялай. Уҡыуҙарҙан һуң проектҡа тағы бер өҫтәмә индерҙеләр – закон үҙ көсөнә ингәс, эш хаҡын арттырыу күләме кәмергә тейеш түгел.


Маҡсат – ғаиләнең абруйын күтәреү


Әлбиттә, ҡануниәт ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа төп көс башҡарма власть органдарына төшә. Башҡортостандың Хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы исеменә “ғаилә” һүҙен дә ҡушырға ҡарар ителгән ултырышта ул саҡтағы министр, хәҙерге Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова былай тигәйне:

– Беҙҙең министрлыҡтың халыҡ менән эш итеү буйынса ҙур күләмле сараларҙы электән үҙ өҫтөнә алыуын иҫәптә тотоп, шулай уҡ башҡа субъекттарҙың тәжрибәһен өйрәнеп, айырым власть органы булдырып тормаҫҡа, ә министрлыҡты ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы көйләгән орган итеп билдәләргә һәм уға был маҡсатта өҫтәмә вәкәләттәр бирергә тәҡдим итәбеҙ. Уның төп бурыстары – бөтә органдарҙың ғаилә сәйәсәте эшмәкәрлеген көйләү, ойошма­ларҙың был мәсьәлә буйынса мөнәсәбәте өсөн алгоритмдар эшләү, балалар, йәштәр һәм ата-әсәләр араһында ғаилә ҡиммәт­тәренең абруйын күтәреү. Район һәм ҡалаларҙа ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам буйынса беҙҙең министрлыҡ ҡарамағындағы үҙәктәр эшләй аласаҡ.
Билдәле фин сәйәсмәне, Финляндияның һигеҙенсе президенты Урхо Кекконен билдәләүенсә, милләттең киләсәген автомобилдәр һаны түгел, ә балалар коляскаларының нисәү булыуы билдәләй. Икенсе бер сәйәсмән Герберт Гувер шулай тигән: “Беҙҙең төп тәбиғи ресурс – балалар”. “Демография” милли проектының маҡсатлы күрһәткестәренә ярашлы, тыуым һәр ғаиләгә ҡарата 1,8 балаға етергә тейеш. 2024 йылға Рәсәй халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғон 78 йәшкә еткереү күҙ уңында тотола, ә былтырғы күрһәткестәр буйынса ул 72,9 йәш тәшкил итә ине, уны шулай тейешле кимәлгә күтәреү илебеҙ өсөн тарихи ҡаҙаныш булып торасаҡ. Бынан тыш граждандарҙың сәләмәт тормош алып барған өлөшөн арттырырға, физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгәндәрҙе 55 процентҡа еткереү маҡсаты ҡуйыла.

Читайте нас