Милли проекттар
14 Февраля 2020, 12:55

Дзюдо – ҡыйыуҙар һәм көслөлөр спорты

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында дзюдо (КАТА) буйынса Рәсәй беренселеге үтте.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында дзюдо (КАТА) буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Бәйге “нагэ-но-ката”, “катамэ-но-ката” йүнәлештәре буйынса ойошторолдо. Унда Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Пенза, Омск, Томск, Төмән, Ырымбур өлкәләренән һәм беҙҙең республиканан 46 спортсы (23 пар) ҡатнашты.
Көсөргәнешле ярышта түбәнге еңеүселәр билдәләнде. “Нагэ-но-ката” йүнәлеше буйынса беренсе урында – Иван Федоров һәм Егор Ғаязов (Мәскәү), икенселә – Денис Кулагин һәм Никита Горбатов (Пенза), өсөнсөлә – Николай Жихарев һәм Ярослав Жихарев (Санкт-Петербург).
“Катамэ-но-ката” йүнәлеше буйынса беренсе урынды Герман Савченко һәм Марк Слиозберг (Санкт-Петербург), икенсене – Ираклий Есебуа һәм Алексей Сидельников (Мәскәү), өсөнсөнө Борислав Хәмиҙуллин һәм Святослав Хәмиҙуллин (Ырымбур) алды.
Мәғлүм булыуынса, “Демография” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе “Спорт – тормош нормаһы” тип атала. Стәрлетамаҡтағы Рәсәй беренселеге лә милли проект сиктәрендә ойошторолған һәм, һис шикһеҙ, йәш быуында сәләмәт тормош рухын, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.
Фото: sun9-5.userapi.com
Читайте нас