Милли проекттар
14 Февраля 2020, 14:30

Инорста хәлдәр нисек?

Ошо системаны сафҡа индереү һөҙөмтәһендә, Инорста енәйәтселек 40 процентҡа кәмегән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһындағы эш сәфәре барышында Инорс биҫтәһендәге “аҡыллы” туҡталыштарҙың береһен ҡараны. Йәмәғәт транспорты өсөн заманса туҡталыштар “Хәүефһеҙ ҡала” программаһының бер өлөшө булып тора: улар видеокамералар һәм ашығыс саҡырыу системаһы менән йыһазландырылған. Республика Башлығы заман туҡталышының нисек эшләүен үҙе һынаны: “саҡырыу төймәһе”нә баҫып, “112 хеҙмәте” диспетчеры менән аралашты.
Республика етәксеһе ҡаланың Ферин урамындағы торлаҡ комплексы биләмәһендәге полиция участкаһы пунктына инеп сыҡты. Яңы пунктта Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторы һәм хеҙмәткәренә уңайлы эш урындары булдырылған, “Хәүефһеҙ ҡала” системаһына инеү мөмкинлеге лә бар. Әйткәндәй, ошо системаны сафҡа индереү һөҙөмтәһендә, Инорста енәйәтселек 40 процентҡа кәмегән. Республика етәксеһе үҫмерҙәр араһындағы криминаль хәл менән дә ҡыҙыҡһынды.
Республика Башлығы Инорстағы 345 урынға тәғәйенләнгән яңы балалар баҡсаһы менән дә танышты. Коллектив менән осрашҡанда үҙҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған хеҙмәткәрҙәргә мөһим һәм кәрәкле хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
Өс ҡатлы бинаның майҙаны 4,5 мең квадрат метр тәшкил итә, ул 15 төркөмгә иҫәпләнгән, заманса шарттар ҙа булдырылған. Тышҡы биләмәһендә лә бөтә уңайлыҡтар бар – уйын, ял итеү һәм физкультура өсөн майҙансыҡтар йыһазландырылған. Балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Ғилметдинова учреждениеның киләһе аҙнанан эш башлаясағын белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, был объект белем биреү үҙәгенең бер өлөшө булып тора, бында тағы ла 1 650 урынлыҡ мәктәп барлыҡҡа килергә тейеш. Республика етәксеһе иһә уны төҙөү планы менән ҡыҙыҡһынды.
Радий Хәбиров “Ҡашҡаҙан” һәм “Первомайский” ҡала парктарын төҙөкләндереү барышы менән дә танышты. Ҡала мэры Өлфәт Мостафин был эштәрҙең быйыл тамамланасағы һәм ғаилә менән ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү кеүек уңайлыҡтары булған заманса биләмә буласағы хаҡында белдерҙе. Ҡашҡаҙан күлен дә таҙартасаҡтар, унда ҡоштар йөҙәсәк. Радий Хәбиров бында ресторан һәм кафе урынлаштырыу мөмкинлектәрен дә ҡарарға тәҡдим итте.
Инорста тормошҡа ашырылған бөтә ыңғай үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарында ҡаралған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите", "Демография", "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекттарын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән саралар булып тора.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас