Бынан тыш, карбонатты (46,3 процент), поливинилхлоридты (14,1 процент) сит илдәргә сығарыу буйынса ла – тәүге урындарҙың береһендәбеҙ, тип хәбәр итәләр республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: Башҡортостан – илдә “Агидол” фенол антиоксидантын һәм терефталь кислотаһын етештергән берҙән-бер төбәк.
Былтыр тағы руда булмаған минераль сеймалды сығарыу – 66,3 процентҡа, руданы экспортҡа ташыу 3,2 тапҡырға артҡан. “Металл һәм уларҙан әйберҙәр” тауар төркөмөндәге баҡырҙы экспортҡа сығарыу – 35,5 процентҡа, никелде ташыу – 14,1 тапҡырға, цинкты – 1,1 тапҡырға, башҡа ҡиммәтле булмаған металдарҙы сит илдәргә ебәреү 15,2 тапҡырға күбәйҙе, – тип белдергән ведомствоның матбуғат секретары Илгизәр Санъяров. – Химия сәнәғәте продукцияһына һәм каучукка килгәндә, был тауарҙар төркөмөндә фармацевтика продукцияһын экспортлау 1,2 тапҡырға артты. Шулай уҡ лак-буяуҙарҙы ситкә һатыу – 1,7, косметик сараларҙы экспортҡа оҙатыу 2,2 тапҡырға күбәйҙе.
Ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һөҙөмтәһендә республикала сеймал һәм энергетик булмаған тауарҙарҙы экспортлау, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2,3 процентҡа артҡан һәм хаҡы ике миллиард долларҙан ашҡан.