Милли проекттар
1 Марта 2020, 13:00

Күмәкләп "Алтын асҡыс" эҙләнеләр

Өфө дәүләт “Нур” театрында һөнәри актерҙар менән бер сәхнәлә балалар ҙа сығыш яһаны, араларында һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бар.

Кисә Өфө дәүләт “Нур” театрында А. Толстой әҫәре буйынса ҡуйылған “Алтын асҡыс” спектакленең премьераһы үтте.
Беренсе тапҡыр актерҙар менән “Нур” балалар театр мәктәп-студияһында шөғөлләнеүселәр ҙә сығыш яһаны, уларҙың араһында һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә бар ине. Йәмғеһе сәхнә әҫәрендә 50 бала уйнаны.
“Алтын асҡыс”тың режиссеры Марат Хәсәнов белдереүенсә, балалар менән эшләү - ҡыҙыҡлы шөғөл, уларҙы әҙер актер тип әйтеп була.
Шаян Буратино ролен мәктәп-студияһының йәш тәрбиәләнеүсеһе Вера Ковшова башҡарған.
“Алтын асҡыс” спектакленең йыр-бейеү менән үрелеп барыуы, барыһына ла яҡшытаныш персонаждарҙың ҡыҙыҡлы мажаралары – быларҙың барыһы ла тамашаны бер тынала ҡарап сығыуға булышлыҡ итә. Уның тағы ла бер үҙенсәлеге – инклюзив театр тип аталыуы.
Инклюзив театр – үҙенә ылыҡтырған, хатта ҡатнашырға булышлыҡ иткән театр. Башта ул һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн арт-терапия булараҡ ҡулланыла. Бындай төр кескәйҙәрҙе сикһеҙ ижади мөмкинлектәре менән әсир итә, үҙенсәлекле донъяуи ҡараштары менән театр донъяһында айырым урын биләй. Икнлюзив театр – ул башҡа кешенең хәлен кереү, эскерһеҙлек ҡоралы.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас