Милли проекттар
7 Марта 2020, 11:50

Хәйбуллала ниҙәр хәл ителәсәк?

Был хаҡта сираттағы "Инвестиция сәғәте"ндә билдәле булды.

Республика Башлығы Радий Хәбировтың төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында кесаҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарына ярашлы атҡарыла. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән үткән кәңәшмәлә был юлы ике проект ҡаралды.
Яңы эш башлаған А. Рәхимов Садовый ауылында балалар өсөн “Йәйғор” күңел асыу үҙәге төҙөү буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Йүнсел был эшкә инвестициялар йәлеп итеүҙә ярҙам һораны, бинаны ремонтлауға, кәрәкле ҡоролмалар һатып алыуға булышлыҡ кәрәк. Ул үҙ сиратында халыҡҡа хеҙмәт урындары булдырасаҡ.
Икенсе проект авторы - Сибайҙан Татьяна Антал Федоровка ауылында һөт етештереүҙе яйға һалырға планлаштыра. Республика Башлығы Радий Хәбировтың үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү, уларҙы һатыуға алып сығыу юлдарын табыу бурысын ҡуйҙы, тимәк, Сибай эшҡыуарының әлеге башланғысы бик урынлы һәм кәрәкле.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Хәйбулла хакимиәте сайтынан.
Читайте нас