Милли проекттар
9 Марта 2020, 11:00

Табип-кардиолог – Рәсәй лидеры!

Конкурстың күҙәтеү советы ағзаһы Леонид Рошаль, еңеүселәрҙе тәбрикләп, уларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.

“Рәсәй лидерҙары-2020” конкурсының “Һаулыҡ һаҡлау” йүнәлешендәге финалында 34 төбәктән йөҙ конкурсант ҡатнашты. Һөҙөмтәлә финалға 28 кеше сыҡты. Яҡташыбыҙ, республика кардиология үҙәге табибы Борис Олейник – ошо еңеүселәр араһында.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, профессионаллеген үҫтереү һәм ҡаҙаныштары менән медицина тармағын яҡшыртыу өҫтөндә эшләгән кадрҙар армияһын әҙерләү бик мөһим. Конкурстың күҙәтеү советы ағзаһы Леонид Рошаль, еңеүселәрҙе тәбрикләп, уларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһаланы.
”Һеҙ беҙҙең өмөттө аҡланығыҙ, тик, әйҙәгеҙ, туҡталып ҡалмайыҡ һәм алға табан барыуыбыҙҙы дауам итәйек”, - тине ул.
“Һаулыҡ һаҡлау” белгеслеге ярым финалына сыҡҡан Башҡортостандың биш табибы мастер-кластарҙа, тестар үтеүҙә, аналитик эшлекле уйындарҙа үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Финалға сығыу бәхетенә ирешкән табип – кардиолог Богдан Олейникты ҙур уңышы менән ҡотлайбыҙ!
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас