Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
14 Март 2020, 17:15
"Бәләкәй ил"гә рәхим итегеҙ!
Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа яңы балалар баҡсаһы сафҡа инде.
Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа "Бәләкәй ил" тип аталған балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Балаларҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да килгәйне. Ул район халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән тәбрикләп, яңы тәрбиә усағы эшендә тик уңыштар юлдаш булһын тигән теләк белдерҙе.
Сафҡа индерелгән балалар баҡсаһы 95 урынға иҫәпләнгән. Унда бер ясли һәм биш төркөмдә эшмәкәрлек алып барыласаҡ. Баҡсала бөтөн уңайлыҡтар, яҡшы шарттар булдырылған: бүлмәләр яҡты, иркен, медицина кабинеты, музыка һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн иркен залдар, методик кабинет, логопед кабинеты һ.б. эшләй. Балалар иркенләп саф һауала уйнау мөмкинлегенә эйә: ихаталағы ҡомлоҡ, әкиәти ҡаласыҡтар, бәүелсәктәр, спорт майҙансыҡтары һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк. Тәжрибәле тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең һәр минутын мауыҡтырғыс итеп үткәрергә әҙер.
"Бәләкәй ил" районда балалар баҡсаһына сиратты тағы ла кәметәсәк. Унан тыш, Янғантау ауылында ла 190 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждение төҙөлә башлаған. Был бина ла сафҡа инһә, районда балалар баҡсаһына урын мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк, тиҙәр хакимиәттә. Белем биреү тармағындағы ошондай барлыҡ эштәр "Мәғариф" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фотолар: admmaloyaz.bashkortostan.ru
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.