Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2020, 21:10

Урмансылар һынауға әҙерме?

Бөгөн республикала урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмәләр башланды.

Республикала урман янғындарын һүндереү буйынса күнекмәләр башланды. Сара биш урман хужалығының биләмәләрендә үтә.
Күнекмәләр иң тәүҙә Әлшәйҙә үтте. Сценарий буйынса, урман фондының 0,2 гектарында янғын осрағы теркәлә. Был хаҡта Әлшәй урман хужалығының диспетчер хеҙмәте аша республиканың Урман хужалығы министрлығына хәбәр ителә. Ут сыҡҡан урынға тиҙ арала 48 ҡотҡарыусы ебәрелә, туғыҙ берәмек техника йәлеп ителә. Уҡыу күнекмәләрендә Әлшәй, Бәләбәй, Иглин, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Маҡар, Туймазы урман хужалыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.
Бындай саралар техниканың, белгестәрҙең әҙерлеген тикшереү өсөн кәрәк. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белергә тейеш. Күнекмәләр ошо яҡтан әһәмиәтле. Шулай ҙа, әлбиттә, янғынды һүндереүгә ҡарағанда ут сығыуға юл ҡуймау күпкә мөһим. Шуға күрә тәү сиратта күҙәтеү системаһын камиллаштырырға, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк.
Әлеге күнекмәлә ҡатнашҡандар ҡуйылған бурысты тулыһынса аҡланы, урман янғындарына әҙер булыуын күрһәтте.
Ошондай уҡ күнекмәләрҙе яҡын арала Әбйәлил, Асҡын, Күгәрсен, Салауат урман хужалыҡтарында үткәреү ҡарала.
Был эштәрҙең барыһы ла “Экология” милли проектына ярашлы, янғындарға ҡаршы көрәш һәм урманды тергеҙеү буйынса бурыстар планы нигеҙендә алып барыла.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас: