Халҡыбыҙҙа элек-электән ауыр саҡта бер-береһеңә ярҙам итеү, терәк булыу кеүек матур йола йәшәй. Бигерәк тә донъялағы коронавирус таралыуға хәлгә бәйле ҡурсаланыу осоронда арабыҙҙа изгелекле кешеләрҙең күп булыуы һоҡландырҙы. Бындай күренештәр район-ара һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ла күҙәтелә.
Билдәле булыуынса, Әбйәлил районының “Ҡайынҡай” шифаханаһында Саха-Яҡут Республикаһынан вахтанан ҡайтыусылар карантинда ята. Бында 400 урынға иҫәпләнгән обсерватор булдырылған. Ошо көндәрҙә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сибай үҙәк дауаханаһы белгесе күсмә флюорограф ярҙамында эшселәргә флюорографик тикшеренеү үткәреүгә ярҙам итте. Водитель Илгиз Марат улы Көмөшҡолов йөрөтөп барған күсмә автофлюорографта рентген лаборанты Фаил Әхәт улы Иҫәнғолов бер нисә тиҫтә кешенең үпкәһе, йөрәге торошон тикшерҙе.