Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
14 Май 2020, 10:50
Иҫкегә тейһәң, иҫең китер...
Дүртөйлө, Мишкә, Белорет райондары эште ваҡытынан алда тамамлаған.
Ил Президенты Владимир Путин халыҡты иҫке һәм авариялы торлаҡтан яңыһына күсереү тиҙлеген йылдамлатырға ҡушҡайны. Был төҙөлөш тармағына ярҙам сараһы ла булыр ине. Эш "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Апрель айына Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программала ҡатнашҡан бөтә муниципалитеттарҙа ла килешеүҙәр төҙөлгән. Йәмғеһе 325 миллион һумлыҡ 219 торлаҡҡа 677 кеше күсереләсәк. Дүртөйлө, Мишкә, Белорет райондары эште ваҡытынан алда тамамлаған. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин белдерҙе.
2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы тип табылған торлаҡтан халыҡты күсереү программаһын ваҡытынан алда тормошҡа ашырыу буйынса республика 1 майға нигеҙле тәҡдимдәр индерергә тейеш ине. Уның нигеҙендә яңы план-график төҙөләсәк.
2021–2022 йылдарҙа барлығы 29,5 мең квадрат метр иҫке һәм авариялы торлаҡтан күсереү планлаштырыла. Был юҫыҡта Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды 1,2 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Шул сумманың ике проценты күләмендәге финансты республика ҡаҙнаһы бүлергә тейеш.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото:
Rg.profkiosk.ru
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.