Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Май 2020, 17:00

Кескәйҙәр ауыртыу тоймаясаҡ

Тикшереүҙе көндөҙ генә түгел, төндә лә үткәрергә була, ғәмәлдә бөтә неврологик тайпылыштарҙы һәм эпилепсияны теүәл диагностикалап була, ти табиптар.

Республика балалар клиник дауаханаһы яңы юғары технологиялы аппарат алды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, заманса ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тапшырылған.
Һанлы электроэнцефалограф кескәй пациенттарҙы диагностикалау ысулдарын яҡшыртасаҡ. Аппарат ауырыуҙарҙың мейе әүҙемлеген оҙайлы ваҡыт буйына яҙыу һәләтенә эйә. Ҡорамал уны аудиоформатта ла, видео режимында ла башҡара ала.
Белгестәрҙең әйтеүенсә, баш мейеһен ентекле тикшерә алыуы менән аппарат ҡиммәт. Иң мөһиме – процедура зараһыҙ һәм ауыртыу тыуҙырмай. Тикшереүҙе көндөҙ генә түгел, төндә лә үткәрергә була, ғәмәлдә бөтә неврологик тайпылыштарҙы һәм эпилепсияны теүәл диагностикалап була, ти табиптар.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: