“Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Иглин районы урмансылары туғыҙ меңдән ашыу ағас ултыртҡан.
– Иглин районынан Бөйөк Ватан һуғышына 15 мең 500-ҙән ашыу кеше киткән, уларҙың тик яртыһы ғына тыуған еренә иҫән ҡайтҡан. Иглин ере ете Советтар Союзы Геройын биргән. Данлы батырҙарыбыҙ иҫтәлегенә туғыҙ меңдән ашыу ағас ултырттыҡ, шул иҫәптән Иглин участка урмансылығында 1,3 гектар майҙанда – 5200, Пушкин участка урмансылығында бер гектар майҙанда – дүрт мең үҫенте, – ти Иглин урман хужалығы директоры Юламан Кейекбирҙин.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан иткән “Башҡортостан урмансылары – һуғыш батырҙары иҫтәлегенә” төбәк проекты “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Тематик ағас ултыртыу барышында аныҡ районда ошо ерҙән сыҡҡан Советтар Союзы Геройының исеме яҙылған баннерҙар ҡуйыла. Әле республика урмансылары был төбәк проектын бойомға ашырып, 310 гектар майҙанда 1,2 миллион ағас үҫентеһе ултыртҡан һәм 140 баннер урынлаштырған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәреү тураһында"ғы указына ярашлы, мартта “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт алды. Уның маҡсаты – Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллион ватандашыбыҙ хѳрмәтенә илдә 27 миллион тѳп ағас ултыртыу. Изге эштән һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.