Милли проекттар
25 Май 2020, 17:25

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген ҡайғыртып...

Һанлы маммограф һөт биҙҙәрендәге үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ яман шеште башланғыс стадияһында уҡ асыҡларға ярҙам итә.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы яңы медицина ҡорамалы менән тулыланды.
Баш табип Әлиә Әҙиәтова белдереүенсә, дауаханаға һанлы маммограф алынған. Заманса ҡорамал ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген күҙәтеү өсөн бик кәрәк. Һанлы маммограф һөт биҙҙәрендәге үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ яман шеште башланғыс стадияһында уҡ асыҡларға ярҙам итә.
Яңы аппарат ҡулланылыуҙа ышаныслы, уңайлы.
Фото: Баймаҡ үҙәк дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас