Милли проекттар
26 Май 2020, 10:00

Баймаҡ урамына яңы асфальт һалына

Баймаҡ яғына юлдың ябылыуы ла бында йәшәүселәр өсөн уңайлы: бер аҙға булһа ла көн һайын үткән меңләгән техника тауышынан ҡолаҡтары бер аҙ тынсып ҡалһа, икенсенән саң юҡ.

Таулы ҡасабаһында йәшәүселәргә был көндәрҙә икеләтә эҫе: күктә ҡояш нурҙары иркәләһә, урамдарға яңы түшәлгән асфальттан ҡайнар быу бөркөлә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, таулыларҙың кәйефе күтәренке, нисәмә йылдан һуң соҡорло-саҡырлы юлдар яңыртыла. Баймаҡ яғына юлдың ябылыуы ла бында йәшәүселәр өсөн уңайлы: бер аҙға булһа ла көн һайын үткән меңләгән техника тауышынан ҡолаҡтары бер аҙ тынсып ҡалһа, икенсенән саң юҡ. Туҡталыш урыны ла яңыртыласаҡ, шулай уҡ “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, йәйәүлеләр өсөн махсус юлдар һалынасаҡ.
“Сибайдорстрой” йәмғиәте директоры Александр Елизарьев белдереүенсә, көндәр аяҙ торһа, тиҙ арала эште теүәлләргә ниәтләйҙәр. Бөтәһе 10 хеҙмәткәр йәлеп ителгән, эш күләме лә ҙур, барлығы 17 мең квадрат метр майҙанды тәшкил итә. Юл киң, соҡорҙар күп, эш ҡыҙыу бара, тиҙ арала атҡарып сығырға йыйына эшселәр.
Был эштәрҙең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Читайте нас