Милли проекттар
7 Августа 2020, 13:30

Машиналарығыҙҙы алыу һорала

“СУРСИС” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Өфө кварталдары араһында юл япмаһын ремонтлау эштәрен дауам итә.

“СУРСИС” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Өфөләге кварталдар араһында юл япмаһын ремонтлау эштәрен дауам итә.
– 2800 квадрат метрлыҡ юл япмаһы ремонтланды, 260 тонна асфальт түшәлде. Июндә алынған яңы техника үҙен яҡшы йәһәттән күрһәтте. Әлбиттә, уның ярҙамында эш шәберәк бара һәм асфаль түшәү сифаты ла юғарыраҡ. Участкала ике фреза, асфальт түшәү машинаһы, ике каток эшләй, – тип белдергән “СУРСИС” предприятиеһы етәксеһе урынбаҫары Илдар Уразбахтин.
Үткән аҙнала Баҡалы урамындағы 25-се йорт эргәһендә эштәр атҡарылған. Бынан тыш, тағы Кувыкин, Сеченов урамдарындағы тыҡрыҡтар ипкә килтереләсәк. Был эштәрҙе тормошҡа ашырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.
Тик бына өфөләрҙең парковкаға ҡуйылған машиналары эшкә ҡамасаулай икән. Шуға күрә ҡала хеҙмәттәре уларға был хәлде аңлау менән ҡабул итеүҙе һәм шәхси машиналарҙы ремонт барған участкаларҙа ҡалдырмауҙы һорай.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас