Милли проекттар
4 Сентябрь 2020, 10:35

“Төҫлө шәмбе”гә саҡыралар

Бөгөндән республикала “Төҫлө шәмбе” өмәләре башланды.

Бөгөндән республикала “Төҫлө шәмбе” өмәләре башланды. “Таҙа Өфө” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Елена Воробьева йыл да ошондай өмәләр ойоштора.
Бөгөн иһә экоәүҙемселәр баш ҡаланың Октябрь районында өмәләрҙе башлап ебәрә. Р. Зорге урамындағы сәләмәтлек һуҡмағы һәм Сипайлово биҫтәһендәге яр буйы сүптән таҙартыласаҡ.
- Бирсәткә һәм тоҡтар менән бағыусылар ярҙам итте. Пандемияға бәйле, бөтә хәүефһеҙлек саралары күреләсәк. Әлеге минутҡа сарала ҡатнашырға 150 кеше теләк белдерҙе. Ғәҙәттә, өмә башланғас, уларҙың һаны арта. Бергәләп тирә-яҡ мөхитте таҙараҡ итәйек! Беҙҙең сараларға ҡушылығыҙ! – ти Елена Александровна.
“Төҫлө шәмбе”ләр Өфө ҡалаһының бөтә райондарында ла үтәсәк. Иртәгә сара Дим биҫтәһендә планлаштырылған.
Фото: Елена Воробьева.
Читайте нас