Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2020, 14:00

Ауылдың күрке – мәҙәниәт йорто

Яңы Сәпәш халҡы әлеге ваҡиғаны ашҡынып көттө.

Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. Проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә финансланған.

Ауыл мәҙәниәт йортонда ҡыйыҡ менән фасад ремонтланған, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, бинаның эске яғы биҙәлгән. Ремонт өсөн барлығы һигеҙ миллион һум аҡса бүленгән. Ошо уҡ аҡса иҫәбенән яңы йыһаздар, музыка һәм тауыш ҡорамалдары, сәхнә костюмдары алынған.
Яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин килде. Ауыл халҡы әлеге ваҡиғаны ашҡынып көттө.
Яңы Сәпәш ауылы мәҙәниәт йортонда балалар һәм өлкәндәр өсөн һигеҙ коллектив һәм түңәрәк эшләй. Уларҙа дөйөм алғанда йөҙләп кеше шөғөлләнә. Ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Йәнтүбәй” башҡорт халыҡ театры ла ошонда ижад итә. Мәҙәниәт йортонда күрше-тирәләге биш ауыл халҡы хеҙмәтләндерелә. Йыл һайын үткәрелгән саралар һәм унда ҡатнашҡан ауылдаштар һаны арта.
Фото: Әлшәй районы хакимиәте.
Читайте нас: