

“Һаулыҡ һаҡлау ”милли проектының “Башҡортостанда 2020 йылда янбаштың проксималь бүлеге һынған өлкән һәм оло йәштәге пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү” пилот проекты сиктәрендә Туймазы үҙәк дауаханаһына яңы ҡорамал – HYBASE 6100 универсаль операция өҫтәле ҡайтарылған.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, төбәктең медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә. Туймазы дауаханаһына универсаль операция өҫтәле ҡайтарылыуы ла – ошоға асыҡ миҫал.