Милли проекттар
11 Сентябрь 2020, 08:30

Балалар баҡсалары рекорд ҡуйған

Финанс ярҙамы рәүешендә бирелгән аҡсаны ниндәй маҡсатта тотонорҙар?

Быйыл Өфө ҡалаһында 21 балалар баҡсаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан грант алыуға һайлап алыу конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Был һан рекордҡа тиң, 2017 йылдан Өфөнөң мәктәпкәсә учреждениелары федераль һәм республика бюджетынан 31 миллион һум субсидия алған.
2021 йылда федераль грант алыуға һайлап алыу конкурсында Өфөнөң тағы ла 24 балалар баҡсаһы уңышҡа өлгәшкән. Финанс ярҙамы белем биреү һәм тәрбиәләү мәсьәләләрендә ата-әсәләрҙең компетентлығын арттырыуға шарттар тыуҙырыу, шул иҫәптән өс йәшкә тиклемге балаларға психологик-педагогик хеҙмәт, ата-әсәләргә методик һәм консультатив ярҙам күрһәтеү өсөн тотоноласаҡ.
Өфөнөң төрлө райондарындағы консультация үҙәктәрендә педагог-психологтар, уҡытыусы-логопедтар, дефектологтар, тәрбиәселәр, социаль педагогтар, уҡытыусылар, балалар табиптары, “Ғаилә” психологик үҙәге белгестәре ярҙам күрһәтә.
Фото: ds71-orel.ru
Читайте нас