Милли проекттар
12 Сентябрь 2020, 11:45

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ

"Экспорт үҫеше акселераторы" программаһында ҡатнашыу өсөн эшҡыуарҙар саҡырыла.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Иҡтисади үҫеш министрлығы "Рәсәй экспорт үҙәге" менән берлектә "Экспорт үҫеше акселераторы" экспорт ҡеүәтен үҫтереү программаһына өҫтәмә ҡатнашыусылар йыя.
Программа эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә экспорт проекттарын һөҙөмтәле төҙөү, ошо эшмәкәрлектә хәүефте һәм ауырлыҡтарҙы кәметеү, дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланыу, предприятиеларҙың хеҙмәт даирәһен киңәйтеү маҡсатын ҡуя.
Унда ҡатнашыу өсөн "Рәсәй экспорт үҙәге" сайтында (exportedu.ru) теркәлергә һәм дистанцияла уҡыу үтергә кәрәк.
Программа буйынса тулы мәғлүмәтте "Рәсәй экспорт үҙәге"нең Экспорт мәктәбе директоры Моталиб Кураховтан (телефондары - 8(495) 937-47-47, 8(906) 786-86-36, электрон почта - Kurahov@exportcenter.ru) алырға мөмкин.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.
Читайте нас