Сәләмәтлек тештәрҙән башлана тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Хәҙер район үҙәктәренә лә сифатлы һәм кәрәкле стоматология ҡорамалдары ҡайтарыла.
Яңыраҡ ҡына ошондай күңелле яңылыҡ менән социаль селтәрҙә Әбйәлил районының Асҡар үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илгиз Килдейәров уртаҡлашты. Асҡар дауаханаһына дүрт яңы стоматология ҡорамалы килгән.
“Тештәр һау булһа, ни өсөн стоматологҡа йөрөргә? Беҙ йыш ҡына халыҡтан ошо һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Иң мөһиме профилактика икәнлеген дә онотмағыҙ. Бынан ары беҙҙең теш табиптарына йөрөү тағы ла күңеллерәк буласаҡ. Пациенттар яңы ҡорамалда сифатлыраҡ медицина ярҙамы ала, ә табиптар уңайлыраҡ шарттарҙа эшләй аласаҡ. Сиратта – райондың табип амбулаторияларына яңы стоматология ҡорамалдары алып ҡайтыу. Теш сирҙәрен иҫкәртеү тураһында онотмағыҙ!” – тип яҙҙы ул.
Баш табип теш сирҙәрен иҫкәртеү өсөн кәңәштәрен бирергә лә онотмаған: стоматологҡа йылына кәм тигәндә бер тапҡыр барырға һәм хәлдәрҙе контролдә тоторға кәрәк.
Был медицина ҡорамалдары ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған.