Милли проекттар
15 Сентябрь 2020, 08:10

"Сәләмәтлек поезы" - Баймаҡ районында

"Сәләмәтлек поезы" менән килгән хеҙмәткәрҙәр кисә Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡын ҡараһа, бөгөн - Ярат, иртәгә Темәс ауылында эшләйәсәк. Халыҡ ниндәй белгестәргә мөрәжәғәт итә ала?

Баймаҡ районында "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы дауам итә.
Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы булдырылған “Сәләмәтлек” автопоезының мобиль үҙәге составында Баймаҡ районы халҡын ҡабул итеүҙе дауам итә. Кисә белгестәр Күсей ауылы халҡын хеҙмәтләндерһә, бөгөн - Яратта, иртәгә Темәстә эшләйәсәк.
Быға ҡәҙәр улар Баймаҡ ҡалаһында, Урғаҙа, Иҫке Сибай ауылдарында тикшереүҙәр уҙғарған. 10 сентябрҙә старт алған акция Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарары менән тағы өс көнгә оҙайтылған.
Акция барышында ауылдарҙа Белореттан килгән күсмә флюорограф һәм маммограф, модулле кардиоүҙәк, Республика клиник дауаханаһының диагностика комплекстары, Сибай ҡалаһының күсмә сәләмәтлек үҙәге эшләй. Халыҡты урында Республика клиник дауаханаһынан, кардиоүҙәктән, Сибайҙан килгән терапевт, онколог, акушер-гинеколог, хирург, офтальмолог, кардиолог, УЗИ диагностикаһы табибы, педиатр, эндокринолог ҡабул итә. Кешеләр шулай уҡ холестерин, глюкоза кимәлен билдәләүгә анализдар тапшыра, спирометрия, ЭКГ-тикшеренеү үтә.
Акция барышында шулай уҡ ауыл халҡына төплө консультациялар, беренсел медицина ярҙамы алырға, медицина тикшереүе үтергә, "Милли календар"ға ярашлы, прививка яһатырға мөмкинлек булдырылған.
“Сәләмәтлек поезы” акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас