Бала күңеле аҡ ҡағыҙ кеүек: бәләкәстең тормошондағы барлыҡ хәл-ваҡиғалар хәтер янсығында мәңгегә уйылып ҡала... Ә кескәйҙәрҙең тормошоноң бәхетле булыуы беҙгә, өлкәндәргә, йәғни ата-әсәләргә, уларҙың яҡындарына бәйле. Әлбиттә, балалар баҡсаһы, артабан мәктәп, юғары уҡыу йорто – барыһы ла һәр ҡыҙ менән малайҙың яҙмышында баһалап бөткөһөҙ эҙ ҡалдыра.
Бәхеткә күрә, республикабыҙҙа социаль йәһәттән мөһим объекттар даими төҙөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте. “Быйыл социаль объекттарҙы күп төҙөйбөҙ. Быйылға файҙаланыуға тапшырылырға тип планлаштырылған 24 балалар баҡсаһының тағы берәүһен төҙөп бөттөк. Ул баш ҡалалағы Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан һәм 215 урынға иҫәпләнгән. Тиҙҙән Өфөләге Дим районында (180 урынлыҡ), Өфө районының Алексеевка ауылында (220 урынлыҡ), Иглиндә һәм Туймазыла (260-шар урынлыҡ) ҙур балалар баҡсалары төҙөлөп бөтәсәк.
Әммә шул уҡ ваҡытта балалар баҡсаһы менән бәйле киҫкен проблемалар ҙа бар. Шуларҙың береһе – Кузнецов Затоны. Был биҫтәлә балалары булған йәш ғаиләләр күп. Шуға эшкә сыға алмаған әсәйҙәрҙең асыуы ла аңлашыла. 2020 йылда унда ҙур төҙөлөш эштәрен башланыҡ. Быйыл балалар баҡсаларында 3090 урынды файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Был балалар баҡсаһына булған сират проблемаһын арыу уҡ хәл итәсәк”.
Балалар баҡсаларының төҙөлөүе һәм сафҡа индерелеүе – бик ҡыуаныслы күренеш. Бындай сағыу, төрлө төҫтәргә мансылған әкиәти балалар баҡсаһына йөрөү - кескәйҙәр өсөн үҙе бер кинәнес. Ә был эштәрҙең барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Фото: республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.