“Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй экология акцияһы сиктәрендә Нуриман районында Ҡариҙел йылғаһының ярҙарын таҙартыу буйынса өмә үтте. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Сарала министрлыҡтың Өфө яны территориаль идаралығы, Ҡыҙыл Шишмә ауыл советы хеҙмәткәрҙәре, урындағы халыҡ һәм ирекмәндәр ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә Ҡариҙел йылғаһы ярҙары буйлап ике саҡрым тирәһе арауыҡта сүп-сар йыйып алынған, шулай уҡ данлыҡлы Ҡыҙыл Шишмә сығанағының эргә-тирәһе тәртипкә килтерелгән. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Экология” милли проектына ярашлы булдырылған “Уникаль һыу сығанаҡтарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ойошторола һәм Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының мөһим эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе булып тора.
Ойоштороусылар сараға әүҙем ҡушылған, сүп-сарҙы сығарыуҙа ярҙам күрһәткән эшҡыуар Дмитрий Демидовҡа ҙур рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, ул районда тәүгеләрҙән булып ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыуҙы ойошторған.
“Башҡарған эшебеҙҙең асылын кешеләр аңлаһа ине. Бында йәшәүселәр ҙә, килгән ҡунаҡтар ҙа иҫ киткес хозур тәбиғәтебеҙ менән һоҡланһын, был биләмәләрҙе ҡыйламаһын ине”, - ти өмәлә ҡатнашҡан Өфө яны территориаль идаралығы инспекторы Айгөл Йәнекәйева.
Башҡортостанда “Рәсәй һыуы” акцияһына ярашлы 200-ҙән ашыу сара үткәрелгән. Уларҙа 5,5 мең ирекмән ҡатнашып, 516 километр оҙонлоғондағы яр буйҙары таҙартылған.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.