Учалы районының Иманғол ауылы һәм ҡаланың 10–сы мәктәптәре базаларында “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәктәре асылды. Уларҙа уҡыусылар дөйөм белем алыу менән бергә, өҫтәмә үҫеш программалары буйынса ла шөғөлләнәсәк.
Балаларға информатика, технология һәм тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге дәрестәре яңы заманса алымдар ҡулланып өйрәтеләсәк. Ошо маҡсатта үҙәктәргә яңы компьютерҙар, 3D-принтерҙар, виртуаль ысынбарлыҡ шлемдары, электр ҡорамалдары, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү күнекмәләре өсөн манекендар, төрлө технологик һәм компьютер ҡорамалдары ҡайтарылған. Шулай уҡ ижад һәм проектлау эштәре, робототехника менән шөғөлләнеү, шахмат уйнау өсөн коворкинг-залдар йыһазландырылған.
Учалы районында “Үҫеш нөктә”ләре быға тиклем Уральск, Миндәк, Илсе, Учалы ауылдары мәктәптәрендә лә асылғайны.
Мәғариф учреждениеларында бындай инновацион майҙансыҡтар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Заманса мәктәп” төбәк проекты сиктәрендә барлыҡҡа килде.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.