Милли проекттар
4 Октябрь 2020, 11:30

Шыршы Асҡын ерен үҙ итә

“Башнефть-Добыча” – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының углеводород сеймалын эҙләү һәм сығарыу буйынса төп операторы – йәшелләндереү эшенә тотондо.

“Башнефть-Добыча” – “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының углеводород сеймалын эҙләү һәм сығарыу буйынса төп операторы – йәшелләндереү эшенә тотондо.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре Асҡын районында туғыҙ мең шыршы үҫентеһе ултыртҡан. Был майҙан 2,2 гектарҙан ашыуҙы тәшкил иткән. Ә был эште башлағанға тиклем компания экологик башланғысты һәр яҡтан баһалау өсөн белгестәрҙе саҡыртҡан.
Һөҙөмтәлә улар тарафынан предприятиеға ике участка бирелгән Көнгәк ауылы эргә-тирәһе өйрәнелгән һәм шыршы ултыртыу яҡшыраҡ тигән фекергә киленгән. Ул, башҡа ылыҫлы ағастарҙан айырмалы, бүлеп бирелгән ерҙең үҙенсәлектәренә ҡулайлы тип табылған. Өҫтәүенә шыршыларҙың өс йыл үҫкәндәре һайлап алынған. Тап улар асыҡ грунтҡа ултыртыуға әҙер була икән.
- Ағас ултыртыу – биологик сеймалдарҙы тергеҙеү буйынса эштең дауамы, – тип белдергән “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Сергей Нонява.
Тиҙҙән нефтселәр Бөрө районында ла ылыҫлы ағас үҫентеләрен ултыртырға уйлай. Уларҙың һаны 13200 булыр тип күҙаллана.
Әйткәндәй, тәбиғәтте һаҡлау буйынса ошондай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының маҡсаттарына тап килә. Уларҙың иң мөһимдәренең береһе – халыҡтың экологик мәҙәниәте һәм граждандарҙың яуаплылығы.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас