Белорет районының Исҡушты ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. “Беҙ медицина учреждениеһы төҙөлөүен көтөп алдыҡ”, - ти ауылдаштар. Элекке пункт ағас йортта урынлашҡан булған, утын яғып йылытылған, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн әҙерлек күп ваҡытты алған.
Яңы бина яҡты, йылы, уға бөтә коммуникациялар үткәрелгән. Модулле ФАП заман талаптарына яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бөгөндән башлап медицина процедуралары, вакцинация, иҫкәртеү саралары уңайлы шарттарҙа башҡарыласаҡ. Дарыуҙар һаҡлау өсөн махсус бина ла бүленгән.
Йыл башында райондың Ломовка ауылында яңы ФАП асылғайны. Оҙаҡламай ошондай уҡ пункт Аҙнағол ауылында асылырға тейеш.
Белореттарҙың шатлығын уртаҡлашып, уларға байрам кәйефе, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 100 кешенән ике мең кешегә тиклем халыҡ йәшәгән тораҡтарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары, табиплыҡ амбулаториялары төҙөү мөһимлеге билдәләнгәйне. Бөгөнгө саралар указда ҡаралған мәсьәләләрҙең тормошҡа ашырыла барыуына бер миҫал.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.