Милли проекттар
11 Октябрь 2020, 11:00

Иҫке Собханғол - Мораҡ юлы асылды

Күркәм ваҡиға Бөрйән һәм Күгәрсен халҡына Республика көнө уңайынан ҙур бүләк булды.

Республика көнө алдынан Иҫке Собханғол - Мораҡ юлының бер өлөшө асылды.

Бөрйән менән Күгәрсен райондарын тоташтырған юл күптән хәл ителмәгән мәсьәлә булып ҡала килде – асфальт түшәлмәгән арауыҡты үтеү еңелдән түгел ине.

Бөгөн Иҫке Собханғол - Мораҡ юлының 11,1 километры сафҡа ингән. Был өлөштө асыу тантанаһында Бөрйән районы хакимиәте, Юл хужалығы идаралығы вәкилдәре ҡатнашты.

Республика бюджетынан 235,4 миллион һум аҡса бүленгән юлды Бөрйән районының Юл ремонт-төҙөлөш идараһы эшселәре һалған. Ул ике һыҙаттан тора, киңлеге – 7 метр.

Президент Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы Иҫке Собханғол - Мораҡ юлы артабан да төҙөлөүен дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юлды һалыу эше бара. Билдәле булыуынса, был милли проект халыҡты, шул иҫәптән үҙәктәрҙән алыҫ йәшәгәндәрҙе сифатлы юл менән тәьмин итеү, хәүефһеҙлек мөмкинлектәрен арттырып, һәләкәттәрҙе кәметеү һ.б. бурыстарҙы ала. Иҫке Собханғол - Мораҡ юлын яҡшыртыу - ошо маҡсаттың бер өлөшө.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас