Милли проекттар
11 Октябрь 2020, 10:15

Яңы биҫтәлә балалар тауышы яңғырап торор

Республика көнө алдынан Яңауыл районында социаль әһәмиәткә эйә бер нисә объект асылды.

Бөтә Башҡортостан халҡы өсөн ҙур байрам булған Республика көнө алдынан Яңауыл районында социаль әһәмиәткә эйә бер нисә объект асылды.
Мәҫәлән, Шүдек ауылы янында, ай үҫәһен көн үҫеп, Италмаҫ тигән яңы биҫтә барлыҡҡа килде. Бында әлеге көнгә 50 ғаилә йорт туйлаған. Италмаҫта йәшәү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар – үҫешкән инфраструктура, төҙөк биләмә, 60 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы буласаҡ һәм улар барыһы ла биҫтәнең артабанғы үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
“Биҫтәне төҙөкләндереүгә “Башҡортостан Республикаһында ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү “ дәүләт программаһында ҡатнашыуыбыҙ ҙа булышлыҡ итә”, - ти район етәкселеге.
Төҙөлөш эштәрен проектлаған саҡта уҡ Италмаҫ биҫтәһендә мәҙәниәт һәм ял паркы планлаштырылған була. Яңы асылған майҙан йәштәрҙең, балаларҙың, оло йәштәгеләрҙең яратып ял иткән урынына әйләнер.
Шулай уҡ биҫтәлә төҙөлгән сағыу балалар баҡсаһы ла тиҙҙән кескәйҙәрҙең шат тауыштарына күмеләсәк. Һәр йәһәттән заманса итеп уйланып эшләнгән, тыштан да, эстән дә бик сағыу, уңайлы, матур балалар баҡсаһына кескәйҙәр ҙур теләк менән йөрөр, моғайын.
“Беҙ был биләмәгә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, сөнки бында тыуған ерен яратҡан, йәнтөйәгендә төпләнергә ҡарар иткән йәш ғаиләләр йәшәйәсәк һәм эшләйәсәк, ә уларҙың балалары ошондай матур баҡсаға һис шикһеҙ лайыҡ”, - ти район хакимиәте етәкселеге.
Йәш ғаиләләр йәшәгән биләмәләрҙә уңайлыҡтар булдырыу, яңы балалар баҡсалары төҙөү кеүек эштәрҙең барыһы ла Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Читайте нас