Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Милли проекттар
13 Октябрь 2020, 17:30
Милли проекттар араһында ла лидерҙар бар
"Демография" милли проектында граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу буйынса тотонолған сығымдар 95 проценттан ашҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 1 октябргә туғыҙ милли проект буйынса сығымдарҙы тотоноу буйынса күрһәткес 50 проценттан ашты. Милли проекттар буйынса лидерҙар ҙа бар. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” һәм “Һаулыҡ һаҡлау”милли проекттары буйынса сығымдар 69,2 һәм 68,8 процент тәшкил итә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында медицина хеҙмәттәре экспертын үҫтереү буйынса проект иң яҡшы күрһәткестәргә эйә (100 %). Демография милли проектында граждандарҙың сәләмәт тормошҡа мотивация системаһын формалаштырыу буйынса йүнәлеш иң яҡшыһы тип табылған (95%).
Рәсәй федераль бюджетының милли проекттарҙы һәм магистраль инфраструктураны яңыртыу комплекслы планын тормошҡа ашырыуға тотонолған сығымдары 2020 йылдың ғинуар-сентябрь айҙарында 55 процентҡа үтәлгән. Иҫәп палатаһының оператив мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, 2024 йылға тыуымдың суммар коэффициентын 1,7-гә еткереү, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткесен кәметеү бурысы ҡуйылды.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.