Кисә Өфөлә “Балалар – балаларға” тип аталған халыҡ-ара классик музыка фестивале асылды. Үҙенсәлекле онлайн-проектты Башҡортостандың Милли симфония оркестры ойошторған.
Сара Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” проектына ярашлы үтә.
Классик музыка фестивале Башҡортостан балалары һәм йәштәренең талантын, һөнәри оҫталығын үҫтереүгә, уларҙы донъя музыка мәҙәниәтенә яҡынайтыуға, шулай уҡ етем, ауыр тормош хәлендә ҡалған, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Фестивалдә ҡатнашҡан балалар республиканың музыка учреждениелары тарафынан тәҡдим ителде. Йәш таланттар Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан. Алты музыкаль йүнәлеш - вокал, фортепиано, скрипка, баян, флейта, саксофон буйынса һайлап алыу турын уңышлы үткәндәр һынауҙа артабан ҡатнашыу хоҡуғын яуланы. Йәш музыканттарға ике аҙна дауамында онлайн тәртиптә донъяның алты алдынғы музыка белгесе оҫталыҡ һабаҡтары бирәсәк. Фестивалдән һуң уларҙың балалар йорттарында, интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәргә, холоҡ төҙәтеү урындарындағы үҫмерҙәргә онлайн-концерт ҡуйыры көтөлә.
Аҙаҡ йәш музыканттар “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Милли симфония оркестры менән берлектә концерт ҡуясаҡ. Пандемияға бәйле хәл яҡшырмаһа, тамашаның онлайн тәртиптә ойошторолоуы мөмкин. Графикка ярашлы, концерт 17 ноябрҙә үтергә тейеш.
Мәғлүмәт фестивалдең рәсми сайтынан алынды. Фото: "Башинформ".