Октябрьскийҙағы 1-се ҡала дауаханаһына абдоминаль операцияларҙы яһау өсөн эндоскопия хирургия комплексы килтерелгән.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16 миллион һумлыҡ комплексты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты сиктәрендә “Онкологик сирҙәр менән көрәш” төбәк проекты ярҙамында һатып алғандар.
1-се ҡала дауаханаһының баш табибы Сергей Ивановтың әйтеүенсә, медицина ойошмаһы ҡала халҡына барлыҡ мотлаҡ медицина ярҙамын күрһәтә. Әммә юғары технологиялы ҡоролма, шул иҫәптән яңы эндохирургия комплексы был эште тағы ла сифатлыраҡ итәсәк.
Дауахана белгестәре абдоминаль операцияларҙы яһау өсөн тәғәйенләнгән заманса эндоскопия комплексы пациенттың стационарҙа булыу ваҡытын ҡыҫҡартыуға ла булышлыҡ итәсәк, тип белдерә. Өҫтәүенә был ҡоролма табиптарға дауалауҙың иң алдынғы технологияларын файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: health.bashkortostan.ru