Рәсәйҙә августан ноябргә тиклем “Урманды һаҡлайыҡ!” ҙур экологик кампания алып барыла. “Йәшел ҡалҡанды” тергеҙеүҙә тимер юл хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша.
Мәҫәлән, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының “Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә ойошторған “Еңеү урманы” акцияһында “Рәсәй тимер юлы” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
– Иглин участка урмансылығының Таутөмән биләмәһендәге ике гектар ерҙә ағас ултыртыу сараһында 40 тимер юлсы һәм 18 урман хужалығы хеҙмәткәре ҡатнашты. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә ике йәшлек һигеҙ мең шыршы ултырттыҡ. Тимер юл хеҙмәткәрҙәре был изге эштән ситтә ҡалмай, ошондай акцияларҙа һәр саҡ ҡатнаша, – ти Иглин урман хужалығы директоры Юламан Кейекберҙин.
– Тимер юлда тәбиғәт билмәһен һаҡлауға йүнәлтелгән инновация программаларының, техник һәм технологик проекттарҙың тулы комплексы тормошҡа ашырыла. Тыуған ерҙең экологик системаһын һаҡлау өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, – тип билдәләне тимер юл хеҙмәткәрҙәре.
Был сараларҙың төп маҡсаты – “Рәсәй тимер юлы” компанияһы хеҙмәткәрҙәренең экологик яуаплылығы, мәҙәниәте кимәлен үҫтереү, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең хәлен яҡшыртыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Урманды һаҡлайыҡ!” Бөтә Рәсәй акцияһы Рәсәй Тәбиғәт министрлығы һәм Урман хужалығы министрлығы ярҙамында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә янғындан зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеү һәм урмандарҙы арттырыу маҡсатында уҙғарылғайны. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына яуап бирә.
2019 йылда Башҡортостанда яҙғы һәм көҙгө ағас ултыртыуҙа 300 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, урман фонды биләмәләрендә һәм муниципаль ерҙәрҙә 2,5 миллион төп ағас үҫентеһе ултыртылды.