Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшыуан, Ҡыҙылъяр, Горнов, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында яңы һыу бүлеү ҡоролмаһы төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проекты нигеҙендә былтыр башланғайны.
Ул киләһе йыл сафҡа индереләсәк. Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.
Төҙөлөш тамамланғандан һуң, Өфө районының Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһендә йәшәгән 10 мең кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.
"Әле Яҡшыуан ауылында торба үткәргесте һалыу, ете һыу бүлеү скважинаһын урынлаштырыу һәм уларға барған юлдарҙы төҙөү эше тамамлана", – ти министрлыҡтың матбуғат секретары Татьяна Сафонова.
Бер юлы төҙөүселәр һыу бүлеү ҡоролмаһының эске майҙансыҡтарында торба түшәүҙе атҡара. Насостар менән идара итеү һәм скважиналарҙы электр менән тәьмин итеү өсөн кабель һалынған. Бынан тыш, гидроизоляция һәм ектәрҙең ныҡлығын һынау буйынса эштәр комплексы башҡарылған.
"Таҙа һыу" төбәк проектының төп маҡсаты – 2024 йылға Башҡортостан халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән өлөшөн 86,6 проценттан 92,5 процентҡаса еткереү. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ошондай 29 объект төҙөргә һәм төҙөкләндерергә кәрәк.
Ошо маҡсатта 2019 – 2024 йылдарҙа республикала йәмғеһе 4,254 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Шуның 4,169 миллиардтан ашыуы – федераль бюджеттан.