Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2020, 18:30

Студенттар грант яулай!

Радмир менән Нургиз яулаған гранттың дөйөм суммаһы 340 мең һум тәшкил итә.

Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Республика инженер лицей-интернаты араһында күптән инде тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылған. Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы (АНОД) нигеҙендә әлеге университет студенттары лицей-интернат уҡыусыларын төрлө абруйлы конкурстарға, имтихандарға, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләй.
Ошо көндәрҙә ассоциацияның ике остазы – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары Радмир Ғафаров менән Нургиз Миҙәтов Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығының грантын яулауға өлгәште. Уны яҡлау VIII Бөтә Рәсәй эшсе йәштәр форумында үтте.
“ИЗОТОП” химик акселерация программаһы 7-8-се класс уҡыусыларын олимпиада хәрәкәтенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был программа Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллинаның эш тәжрибәһенә таянып булдырылған һәм ул балаларға химия фәненән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә старт буласаҡ.
“Технологик профориентация траекторияһы” тип аталған проект сығарылыш уҡыусыларына нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте өлкәләрендә һөнәр һайларға булышлыҡ итәсәк. Ике гранттың дөйөм суммаһы 340 мең һум тәшкил итә.
Проекттарҙың партнеры булып Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика инженер-лицей-интернаты һәм “Аврора” таланттар үҫтереү үҙәге сығыш яһаны.
Йәштәрҙең әлеге ише башланғыстарына булышлыҡ күрһәтеү – республикабыҙҙағы уҡыу йорттары тарафынан алып барылған маҡсатлы эш. Улар тулыһынса ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Фән” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына ла тура килә.
Фото: vk.com/anod_rb
Читайте нас: