Ишембайҙағы үҙәк район дауаханаһының нур диагностикаһы бүлексәһендә компьютер томографияһы аппараты урынлаштырылды. Ошо арала, медицина хеҙмәткәрҙәре уның менән эшләргә өйрәнгәндән һуң, ул сафҡа индереләсәк.
Был – ҡалалағы икенсе томограф. Тәүгеһе тәүлек әйләнәһенә 2-се поликлиникала сирлеләрҙе хеҙмәтләндерә. Бөгөнгә уның ҡеүәте тулыһынса тиерлек сарыфланған.
Яңы аппарат күп кенә ауырыуҙарҙы тулыраҡ диагностикалауҙа, шул иҫәптән үпкәнең зарарланыу кимәлен дә билдәләргә булышлыҡ итәсәк. Тимәк, коронавирус йоҡторған кешеләргә лә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
“Canon” фирмаһы етештергән 50 миллион һумлыҡ аппарат кеше организмы ағзаларын күләмле һәм аныҡ итеп һүрәтләй. Был үҙ сиратында сир усағының дәүмәлен һәм ҡайҙа урынлашыуын асыҡ күҙалларға булышасаҡ. Томограф коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш программаһы сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған.
Әйткәндәй, быйыл республикала барлығы 13 компьютер томографы һатып алыу планлаштырылған. Улар Ишембайҙан тыш, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Баймаҡ, Дүртөйлө, Октябрьский, Күмертау, Учалы, Шишмә дауаханаларында ҡуйыла.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш программаһы сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә һәм һаулыҡ һаҡлау учрежденияларының матди-техник базаһын нығытыу сиктәрендә республика бюджетынан финанслана.
Фото: Ишембай үҙәк район дауаханаһы.