Милли проекттар
19 Октябрь 2020, 14:50

Урманда ниндәй техника уңайлы?

Өфө урман техник базаһында Операторҙар уҡытыу буйынса компетенциялар үҙәген, шулай уҡ “Ponsse” фирмаһының төбәк хеҙмәтләндереү үҙәген булдырырға теләйҙәр.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Өфөлә “Ponsse” фин компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Унда республикала ошо фирма етештергән юғары технологиялы ағас эшкәртеү машиналарын ҡулланыу буйынса мәсьәләләр ҡаралды.
– Башҡортостан Рәсәйҙең урманлы төбәктәренең береһе булып тора, ә урман эшкәртеү сәнәғәте – төбәк иҡтисадының өҫтөнлөклө тармағы. Урманды файҙаланыуҙың төп төрө – әҙерләү һәм эшкәртеү. Бының менән беҙҙең республика күптән уңышлы шөғөлләнә, – тине Марат Шәрәфетдинов.
Урман хужалығы министры белдереүенсә, һуңғы өс йылда республика бюджеты иҫәбенә һәм Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының ведомство учреждениеларының матди-техник базаһы 0,5 миллиард һумға яңыртылған, шул иҫәптән “Харвестер”, “Форвардер” ағас эшкәртеү комплекстары, урман хужалығы һәм янғын һүндереү техникаһы, ҡорамалдары һатып алынған. Урман хужалығында заманса техниканың барлыҡҡа килеүе был тармаҡҡа йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә, хеҙмәт етештерүсәнлеген арттырыуға, иҫәп ҡырҡындыларын үҙләштереүгә һәм эш хаҡын күтәреүгә булышлыҡ итә.
– Рәсәйҙә беҙҙең маҡсаттар ҙурҙан, улар илдең ағас эшкәртеүселәре менән оҙайлы хеҙмәттәшлеккә йүнәлтелгән. Клиенттарыбыҙға урмандарҙың характеристикаһына тура килгән, шулай уҡ оператор ихтыяжына һәм теләгенә яуап биргән төрлө техника тәҡдим итәсәкбеҙ. Хәҙерге шарттарҙа әҙерләү мөмкинлегенә, уңайлылыҡҡа һәм эштең хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирәбеҙ, машиналар урманда эшләүҙә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн етештерелгән. Заман талабы шундай: бөтә төбәктәрҙә лә беҙҙең клиенттарға ҙур һәм ҡеүәтле машиналар талап ителә, – тине “Ponsse” фирмаһы вәкиле.
Шуны ла билдәләп китергә кәрәктер: һуңғы ун йылда был фирманың Рәсәйҙә һатҡан бөтә машиналары ла һигеҙ тәгәрмәсле нигеҙгә эйә. Уларҙың ауыр шарттарҙа эшләү өҫтөнлөгө бар. “Ponsse” фирмаһының машина етештереүҙәге ыңғай яҡтары – юғары кимәлдәге етештереүсәнлек. “Bear” һәм “Ergo” харвестерҙары, “Buffalo”, “Buffalo King” һәм “Elephant” форвардерҙары Рәсәйҙең тәбиғәт шарттарына тура килгән һәм таралған техника булып тора. Айырыуса ҙур форвардерҙар ихтыяж менән файҙаланыла.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Өфө урман техник базаһында Операторҙар уҡытыу буйынса компетенциялар үҙәген, шулай уҡ “Ponsse” фирмаһының төбәк хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыу мәсьәләләрен ҡараны.
– Операторҙар уҡытыуға һалған көсөбөҙ бик мөһим. Клиенттарға ярҙам итеүҙә һәм сифатлы уҡыу курстарын булдырыуҙа ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләйбеҙ. Рәсәйҙә һуңғы ун йылда харвестерҙар һәм форфардерҙар операторҙарының оҫталығы күпкә яҡшырыуын күреү ҡыуаныслы. Компания техника механиктарын һәм операторҙарын әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә, ә сервис үҙәктәребеҙ төрлө кимәлдәге ауырлыҡтағы техниканы ремонтлау хәүефһеҙ, сифатлы һәм тиҙ хеҙмәтләндереү өсөн ҡулайлаштырылған, – тип белдерҙе “Ponsse” фирмаһы вәкилдәре.
Читайте нас