Милли проекттар
20 Октябрь 2020, 06:00

Поликлиника эше көйләнә

Баш ҡаланың 3-сө балалар поликлиникаһында “Һаҡсыл поликлиника” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһы моделе – “Һаҡсыл поликлиника” проекты тормошҡа ашырыла.
Уның маҡсаты — халыҡты сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү, табиптар һәм пациенттар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм башҡалар.
Баш ҡаланың 3-сө балалар поликлиникаһында ла “Һаҡсыл поликлиника” проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, учреждениеның 4-се бүлексәһендә был ғәмәл 2018 йылда уҡ эшләй башлаған.
2019 йылда 2-се һәм 3-сө бүлексәләрҙә лә капиталь ремонт үткәрелгән, регистратура, табиптар һәм лабораторияларҙың эше көйләнгән. Шулай итеп, поликлиниканың пациенттарҙы ҡабул итеү һәләте арттырыла, хеҙмәтләндереү ваҡыты ҡыҫҡартыла. Әммә был эш сифатында сағылмай, киреһесә, уны арттыра ғына.
Регистратура эшен оптималләштереү пациентты табипҡа яҙыу ваҡытын ҡыҫҡарта, яҙылыу регистратурала ғына түгел, интернет һәм инфомат аша ла эшләнә. Электрон сират терминалдары пациенттарҙың ағымын көйләргә ярҙам итә.
Проект шулай уҡ табипҡа сиратты кәметеү, белгестең пациент менән эшләү ваҡытын арттырыуҙы ла күҙаллай. Тағы бер йүнәлеш – лаборатория тикшереүҙәре өсөн биологик материал йыйыу (анализдар) процесын оптималләштереү.
“Һаҡсыл поликлиника” проекты ярҙамында поликлиника пациенттары өсөн уңайлы мөхит булдырыла, иң мөһиме – регистратурала һәм табипҡа инеү сираты ҡыҫҡара.
Әйткәндәй, ағымдағы йылда 3-сө поликлиниканың көндөҙгө стационарында һәм 1-се педиатрия бүлексәһендә лә капиталь ремонт башланған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас