“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Бөрө районы үҙәк дауаханаһына яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн компьютер томографы алынды. Белгестәрҙең әйтеүенсә, яңы томографтың элекке ҡорамалдарға ҡарағанда өҫтөнлөктәре күп.
Заманса ҡорамал эшләй башлау менән контраст рентгенологик тикшеренеү ярҙамында магистраль ҡан тамырҙарынан тыш, периферик тамырҙар торошон асыҡларға мөмкин буласаҡ. Программа баш мейеһендәге ҡан тамырының тромб менән тығылған урынын билдәләргә ярҙам итәсәк.
Компьютер томографияһы төрлө сирҙәрҙе диагностикалау өсөн киң ҡулланыла. Уның юғары мәғлүмәтлелеге һәм һүрәттәренең яҡшы сифатлы булыуы табиптарға хирургия йәки терапия патологияларын аныҡ билдәләргә, сирҙең артабанғы үҫешен күҙалларға һәм дауалауҙың тәьҫирле ысулын һайларға ярҙам итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем тыуымдың суммар коэффициентын 1,7-гә тиклем арттырыу, хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткесен кәметеү ҡаралған. Ошо маҡсатта инновацион медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттарҙың сәләмәтлек торошон иртә диагностикалау һәм дистанцион мониторинг үткәреү системаларын индереү билдәләнгән.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.