Милли проекттар
22 Октябрь 2020, 13:30

Бер ауыл биләмәһендә - ике ФАП

Йылайыр районының Байғужа һәм Сидоровка ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Йылайыр районының Сидоровка һәм Байғужа ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Улар икеһе лә Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡарай. Ауыл биләмәһе башлығы Юнир Таһиров белдереүенсә, яңы ФАП төҙөү - көн талабы, сөнки ауыл халҡы ла заманса уңайлыҡтары булған медицина учреждениеһы ярҙамына мохтаж.
Әйткәндәй, Сидоровка ауылындағы медицина учреждениеһында янғын сыҡҡан, Байғужа ауылындағы ФАП күптән инде авария хәлендә. Шунлыҡтан ике ауыл халҡы өсөн дә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе урынлы. Ауыл халҡы өр-яңы медицина учреждениеһы асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Ул барлыҡ санитар талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөлә, заманса медицина ҡоролмалары менән йыһазландырыласаҡ, шулай уҡ мебелдәр яңыртыласаҡ. Ике ауылды хеҙмәтләндерәләсәк ФАП 450 оло йәштәге һәм 85 баланың сәләмәтлеге өсөн яуап бирәсәк.
Фото: Йылайыр район һаулыҡ һаҡлау бүлегенән.
Читайте нас