Йүнселдәр ҡалаларҙағы һәм район үҙәктәрендәге Шәхси эшҡыуарҙарҙы һәм ойошмаларҙы бушлай теркәү үҙәктәре базаһында бухгалтер һәм һалым иҫәп-хисабы буйынса бушлай консультация аласаҡ. Был хаҡта кисә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисы ултырышында "Рәсәй таянысы" бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ләйсән Николаева белдерҙе. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған сара Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә видеоконференцэлемтә рәүешендә уҙҙы.
Ләйсән Николаева Үҙәктәрҙә документтар әҙерләүҙә һәм электрон һанлы имза ярҙамында (Дәүләт теркәүе, Эшлекле мөхит, ВТБ) шәхси предприятиены бушлай теркәүҙә булышлыҡ итеүҙе иҫкә төшөрөп:
– Ошондай хеҙмәттәр исемлегенә бушлай бухгалтер ярҙамын күрһәтеүҙе лә индерергә тәҡдим итәм. Тәжрибә эш башлаған йүнселдәрҙең ошондай документтар тултырғанда ҡыйынлыҡтарға осрағанын күрһәтте, – тине.
Был эште "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫешен тиҙләтеү" яңыртылған федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырмаҡсылар. Ул шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты маҡсаттарына ла тап килә. Бындай үҙәктәр Межгорье ҡалаһы һәм Балаҡатай, Ҡариҙел, Краснокама райондарынан тыш барлыҡ муниципалитеттарҙа ла тиерлек асылған.
Александр Сидякин һәм проект офисы ағзалары бизнес-берләшеү тәҡдимен хупланы. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәле булһын өсөн уны киләһе йылда ла оҙайтмаҡсылар.
Проект офисы ултырышында ҡаралған икенсе мәсьәлә республиканың автомобиль юлдарын федераль вәкәләтлеккә тапшырыу планын тикшереү ине. Был эш эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеген алып барыу өсөн инфраструктура үҫешенең торошон баһалау билдәһе ул.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙы федераль милеккә күсереү буйынса норматив талаптарға ярашлы, киләһе йылда бындай автомобиль юлдары селтәре оҙонлоғо 9506,3 километрға артырға тейеш. Транспорт артерияларының статусы үҙгәреүе өҫтәмә федераль финанс алыу мөмкинлеген бирәсәк, тимәк, юлдарҙы тейешле тәртиптә тоторға булышлыҡ та итәсәк.
Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков хәбәр итеүенсә, быйыл планға ярашлы бындай юлдар оҙонлоғо 950 километрға артырға тейеш. Әле бөтә эштәр буйынса кәрәкле документтар тәртипкә килтерелә.
Ултырышта өсөнсө мәсьәләне тикшереп, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар "Хеҙмәт ресурстарынан файҙаланыу мөмкинлеген баһалау" милли рейтингы күрһәткестәрен анализланы. 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса ул насар яҡҡа үҙгәреш кисергән.
Быйылғы ғинуар-сентябрь айҙарында эш биреүселәр 171,8 мең хеҙмәткәргә ихтыяж белдергән. 1 октябргә республиканың хеҙмәт баҙарында 46,8 мең вакант урын булған. Был юҫыҡта Мәғариф министрлығы иҡтисадтың алдынғы тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү, уҡытыу-методик һәм матди-техник базаны нығытыу, сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек итә. Әммә хеҙмәт ресурстарын тулыландырыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала һәм власть органдары тарафынан иғтибар талап итә.
Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе еңеләйтеү маҡсатында Эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар өлкәһендәге берҙәм порталында (INVESTRB.RU ) махсус сервис булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Уның аша кадрҙар эҙләү эше ябайлашыр ине. Был тема ике аҙнанан проект офисы ултырышында ҡабаттан тикшереләсәк.