Мәсетле районының Ҡорғат ауылында тиҙҙән күпер төҙөү эше тамамланасаҡ. Төҙөлөш эштәренә республика бюджетынан 78 миллион һум аҡса бүленгән.
Ауыл халҡы был күперҙе оҙаҡ көтән. Быға тиклем хеҙмәт иткәне авария хәлендә һәм әлеге мәлдә уның аша ауырлығы биш тоннанан артмаған автомобилдәр генә үтә ала. Ҡорғат ауыл биләмәһенә өс ауыл ҡарай һәм уларҙы район үҙәге менән ошо күпер тоташтырып тора.
Төҙөлөш эштәре былтыр февраль айында башланған. Күперҙең оҙонлоғо - 59,9 метр, киңлеге алты метр.
- Республикала күперҙәр менән хәл шәптән түгел. Беҙҙә йылғалар һәм борамдар күп. Күперҙәрҙең күпселек өлөшө кәм тигәндә 20 – 30 йыл элек һалынған. Һәр береһен тикшереп сыҡтыҡ, һөҙөмтәләр буйынса юл картаһы төҙөнөк һәм яйлап төҙөкләндереү эштәрен башланыҡ. Көсөргәнешле юл хәрәкәте булған күперҙәрҙе генә түгел, район үҙәктәрен төпкөл ауылдар менән тоташтырғандарына ла иғтибар бүленә.
Быйыл республиканың ҡала һәм ауылдарында йәмғеһе 12 күпер төҙөкләндерелә, алты яңы күпер һалына. Әлшәй, Бәләбәй, Бишбүләк, Краснокама райондарында күперҙәр төҙөлөп, сафҡа индерелгән дә инде. Киләһе йылда был күрһәткесте ике тапҡырға арттырырбыҙ тип уйлайым, - тип хәбәр итте социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты талаптарына ярашлы, хәҙер юлдарҙағы боролоштарҙа кәртә-барьер урынлаштырыла, йәйәүлеләр һуҡмағы автомобиль хәрәкәте һыҙаттарынан мотлаҡ айырып кәртәләп алына, видеокамералар ҡуйыла. Әлегә күперҙе төҙөүселәр тап ошондай эштәрҙе атҡара.
Фото: Мәсетле районы хакимиәтенән.