Сенаторҙар алдында илдең урман комплексын үҫтереү буйынса мөһим тәҡдимдәр менән сығыш яһанылар. Уларҙы Федерация Советында “Хөкүмәт сәғәте”ндә Премьер-министр урынбаҫары Виктория Абрамченко еткерҙе. Унда Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Сергей Аноприенко ла ҡатнашты.
Виктория Абрамченко белдереүенсә, ил Президентының 1 октябрҙәге йөкләмәләрен үтәү маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте Урман комплексында криминалды бөтөрөү буйынса саралар планы раҫлаған, унда Федерация Советының тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынған.
Атап әйткәндә, Премьер-министр урынбаҫары мәғлүмәттәрҙе электрон оҙатыу саралары менән ағастың бөтә хәрәкәт сылбырын берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһына бәйләргә тәҡдим итте: ҡырҡындыла ағас әҙерләүҙән алып эшкәртеү предприятиеларына, экспортҡа оҙатылғанға тиклем транспорт саралары һәм йөк ағымы хәрәкәтен мотлаҡ видеотеркәү аша үткәреү. Барлыҡ артабанғы аҙымдар системала ағастың легаль рәүештә ҡырҡылыуын раҫламаһа, килешеү юҡҡа сығарыласаҡ һәм сеймалды һатып булмаясаҡ. Бынан тыш, шул уҡ система бөтә ил өсөн бер тәртип буйынса федераль кимәлдә электрон дәүләт урман реестрын алып барыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Шулай уҡ системала санитар ҡырҡыу сиктәрендә әҙерләнгән урманды ла теркәп барырға тәҡдим ителә. Бынан тыш, ағасты әҙерләү күләме һәм урыны раҫланырға, ул биржа аша ғына һатылырға тейеш. Алынған килемде төбәк урман ведомстволарына, шул иҫәптән урманды тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтеү планлаштырыла.
Премьер-министр урынбаҫары системалы ҡараш талап ителгән тағы ла ике йүнәлеште айырып атап үтте: урман төҙөлөшөн федераль вәкәләтлеккә ҡайтарыу талап ителеүе; төбәк учреждениеларына иһә даими нигеҙҙә килем алыу эшмәкәрлеге сиктәрендә урман тергеҙеү менән шөғөлләнеүҙе тапшырыу. Виктория Абрамченко һәр бер төбәктә ағас питомниктарын тергеҙеү мөһимлеген билдәләне, ә уны бойомға ашырыуҙа Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты ярҙамға киләсәк.
Сығыштарҙа урман ҡануниәтен күҙәтеүҙе контролдә тотоуҙы төбәктәр вәкәләтенән алып, кире федераль кимәлгә күсереү, сик аша үткәреү пункттарын донъя стандарттарына ярашлы йыһазландырыу, урман сәнәғәтселәрен сеймал базаһын ҡулланыуҙа тиң шарттар менән тәьмин итеү, урманда эшләгән техниканың законлы булыуын ГЛОНАСС һәм тармаҡ мәғлүмәт системаһы аша күҙәтеү кеүек тәҡдимдәр әйтелде.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.