Билдәле булыуынса, Башҡортостанда “Мәғариф” милли проекты бурыстарын комплекслы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора. Тотош республикала уларҙы комплекслы тормошҡа ашырыу - тармаҡтың уңышлы үҫешендә төп этәргес көс.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә, милли проекттың “Заманса мәктәп” проектына ярашлы, Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт мәктәбендә "Үҫеш нөктәһе" белем үҙәге асылды.
"Хәҙер уҡыусыларҙың барыһы ла технология, информатика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре предметтарынан заманса төплө белем алыу мөмкинлегенә эйә, – ти педагогтар. – Шулай уҡ теләгәндәр өсөн һанлы, ғилми, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса өҫтәмә дәрестәр ҡаралған. Ғөмүмән, мәктәбебеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә яңы һулыш кисерәбеҙ".
Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында бер миллион һумдан ашыу аҡса алған. Унға яҡын педагог квалификацияһын күтәреү йәһәтенән курстар үткән, шул иҫәптән технология уҡытыусылары Екатеринбург ҡалаһының “Кванториум” технопаркында уҡып ҡайтҡан.